-2 °С
Болотло
Көндөң бик йонсоу, көслө елле, ҡарлы, юлдарҙың бик тайғаҡ булыуына ҡарамаҫтан, форумда Өфө, Сибай, Межгорье ҡалалары, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Учалы, Хәйбулла, Әбйәлил райондары вәкилдәре ҡатнашты.
"Атайсал" форумы фәһемле һәм йөкмәткеле үтте. Көн оҙонона барған сара күңелдә иҫ киткес матур тәьҫораттар һәм тойғолар ҡалдырҙы. Баймаҡтарҙың берҙәмлеге, әүҙемлеге, дәртлелеге һоҡландырҙы.