Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
19 Апрель 2023, 16:43

Проект сиктәрендә “Әхмәдулла ҡойоһо” төҙөкләндерелде

Билдәле шәхестәрҙең, эшҡыуарҙарҙың тыуып үҫкән төбәгенә  ярҙам итеүен күҙ уңында тотҡан программа күп изге эштәр башҡарырға мөмкинлек бирә.

Проект сиктәрендә “Әхмәдулла ҡойоһо” төҙөкләндерелде
Проект сиктәрендә “Әхмәдулла ҡойоһо” төҙөкләндерелде

“Атайсал” проекты республикабыҙҙың район- ҡалаларында бик әүҙем бара һәм ул үҙ маҡсатына өлгәште.  Был башланғысҡа битараф ҡалмай берәүҙәр тыуған яғының социаль учреждениеларын төҙөкләндерергә, йыһазландырырға ярҙам итте, икенселәр мәсеттәр, спорт объекттары төҙөттө, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған обелисктарҙы яңыртты, арт-объекттар урынлаштырҙы, төрлө матур саралар үткәрҙе, өсөнсөләр аҡсалата ярҙам күрһәтте. 

“Атайсал” проекты сиктәрендә Абҙаҡ янғын часы хеҙмәткәрҙәре лә изге эш атҡарҙы. Улар “Әхмәдулла ҡойоһо”н тәртипкә килтереп, кәртәләп,  ҡойоно буратып ҡуйҙы. Абҙаҡ уҙаманы Әхмәдулла Суфьянов иҫтәлегенә ҡойоно асыу тантанаһында ҡыҙы Зөбәржәт Суфьянова, ауыл хакимиәте башлығы Хәмзә Мөхәмәҙиев, Абҙаҡ янғын часы начальнигы Азамат Нәбиуллин, ауыл аҡһаҡалы Рифғәт Нәжметдинов, район-ҡала иман мөхтәсибе Мәүлит хәҙрәт Мөхәмәтйәновтар сығыш яһаны. Ауыл ағинәйҙәре мөнәжәт әйтте.

Шулай уҡ Абҙаҡ янғын часының барлыҡҡа килеүенең 10 йыллығына арнап ҡойо янында махсус таҡтаташ та асылды.

Тулыраҡ: гәзитебеҙҙең киләһе һанында.   
 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: