Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
13 Май 2023, 23:42

Ғәмәлдәр тормошҡа ашырыла

Районда «Атайсал” хәйриә акция сиктәрендә проекттар тормошҡа ашырылыуы дауам итә.

Ғәмәлдәр тормошҡа ашырыла
Ғәмәлдәр тормошҡа ашырыла

Абҙаҡта ике шишмә төҙөкләндерелде. “Әхмәдулла” ҡойоһон Абҙаҡ янғын часы хеҙмәткәрҙәре яңыртты. Ә икенсе ҡойоно урындағы халыҡ тергеҙҙе. Ҡоҙоҡ өсөн бура эшләнде, биләмә кәртәләнде, хатта ағастар ҙа ултыртылды. “Потенциал-Недра” йәмғиәте юлға ҡырсынташ  түшәне. Төҙөлөш материалдарын урындағы эшғыуарҙар Марсель Фазылов һәм Рәил Ишмырҙин бүлде.

Хәҙер Абҙаҡта ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар тәмләп эсерлек ике ҡойо тергеҙелде.

Инйәрҙә урындағы эшҡыуарҙар балалар өсөн майҙансыҡты төҙөкләндерергә ярҙам итә. Инйәрҙең 3-сө мәктәбе биләмәһендә Вячеслав Сафонов спорт майҙансығында ерҙе тигеҙләү өсөн экскаватор бирҙе.
Радмир Шәрипов балалар майҙансығы кәртәһән ремонтлау өсөн ағас материалдары бүлде. Өмәлә ауыл халҡы уларҙы алыштырып, һуңғараҡ буяйҙар.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: