Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
21 Июнь 2023, 12:56

Матрастар әҙер

Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә "Сезон" ательеһы хужабикәһе Наталья Калмыкованың мөһим эште тамамлауы тураһында хәбәр итә.

Матрастар әҙер
Матрастар әҙер

"Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙар өсөн 24 матрас текте. Уға Санвел Авакян һәм Данил Валавин ярҙам итте. Матрастарҙың аҫҡы өлөшөнә һәм поролонға - "Ас-мастер" компанияһы директоры Аветис  Авакян, ә өҫкө өлөшөнә Наталья Калмыкова үҙ иҫәбенә күн кейҙергән. Ул бөтә матрастарҙы тектереп ҡуйҙы ла инде. Был инде ательенан матрастарҙың икенсе партияһы. Тәүге партияны Наталья Борисовна яҙ көнө оҙатҡайны, ул саҡта яугирҙарға 20 матрас тапшырҙылар", - тине ул.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: