Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
27 Июнь 2023, 13:35

Стела ҡуйылды

Ҙур булмаған Ҡаҙыш ауылында һоҡланғыс кешеләр йәшәй. Йылға буйлап урынлашҡан ике урамдан торған бәләкәй генә ауыл. Урындағы халыҡ көнүҙәк мәсьәләләрен, ситтән ярҙам көтөп тормай, кәңәшләшеп хәл итә.

Стела ҡуйылды
Стела ҡуйылды

Ауылдаштарын махсус хәрби операцияға ла бөтә ауыл менән оҙатһа, отпускыға ҡайтҡанында ҡаршы алып, табын йыйып, күстәнәстәр менән, изге теләктәр теләп ебәрҙеләр.

Трасса һәм тимер юлы яҡын урынлашҡан. Шуға ла ҡаҙыштар көтөү мәсьәләһенә лә етди ҡарай.  Электр көтөүсе урынлаштырылған, малын бергәләшеп тә көтәләр. Былтыр үҙ көстәре менән зыяратты кәртәләп алдылар.

Ә ошо көндәрҙә ауылдаштар “Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы”нда тыуған ауылдары Ҡаҙышҡа ингән ергә ҡурай-стела ултыртты. Изге эште ауыл активисы Зинаф Ғәйфуллин башлап ебәрҙе. Ауылдың күпселек өлөшөн оло ағай-апайҙар тәшкил итһә лә, Ҡаҙыштан сыҡҡандар, уларҙың балалары һәм ейәндәре ҙур ярҙам күрһәтә. Ауылдаштар эшкә дәррәү ҡушылып, матди ярҙам күрһәтте һәм башлаған эште еренә еткереп атҡарып та ҡуйҙы. Шулай уҡ, Ҡаҙыш ауылы исеме һәм барлыҡҡа килгән йылы яҙылған стеланы Учалы егете, эшҡыуар Айгиз Ғәлиуллин тимерҙән эшләп  бирҙе.

Барыһына ла ҙур рәхмәт! Берҙәмлектә – көс!

Сынтимер ЛОҠМАНОВ,

ауыл депутаты.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: