Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
14 Июль 2023, 11:51

Туған йәнле - шәжәрәһен барлай...

Нәҫеле ниндәй - балаһы шундай, тигән ата-бабалар. Һәр ағастың тамыры булған кеүек Аҫылғужа нәҫеленең дә тармаҡланып, йылдар төпкөлөнән, бик тәрәндән килгән тамырҙары бар. Яңыраҡ Ноҡат ауылында тыуып үҫкән, үҙенең 300 йыллыҡ тарихы булған, ауылда иң боронғо нәҫелдәрҙән һаналған Аҫылғужа олатайҙың балаларынан таралған Аҫылғужиндар тамырҙарын, тармаҡ булып таралған туғандарын барлар, туғанлыҡ ебен нығытыу, артабан да гөрләтеп йәшәүгә көс һәм илһам алып, осрашып, аралашып йәшәү өсөн ҙур байрамға йыйылды һәм Йәмилә менән Аҫылғужа Зөбәйеровтарҙан таралған балаларҙы бергә тупланы.

Туған йәнле - шәжәрәһен барлай...
Туған йәнле - шәжәрәһен барлай...

Әле Аҫылғужа олатайҙан таралған балаларҙың һаны 763-кә етһә, еңгә-еҙнәләр, килен-кейәүҙәр менән бергә 896 кеше иҫәпләнә.

Аҫылғужа Зөбәйер олатайҙың дүртенсе балаһы булып, 1860 йылда донъяға килә. Рамаҙан Мөхәмәҙиев “Урал” гәзитендә Аҫылғужа Зөбәйеров тураһында былай тип яҙған: “Ифрат та алтын, аҫыл ҡуллы ир уҙаманы ине. Үҙе мыҡты кәүҙәле, ғәйрәтле кеше булды. Уның кеүек ебәктәй итеп һалабаш эшләүсе булмағандыр. Күптәр ошо кәсеп менән шөғөлләнһә лә, Аҫылғужа бабайымдыҡы башҡаларҙыҡына сағыштырғыһыҙ: яҫы ла, йоҡа ла булды. Үҙе әйтмешләй, ҡытай ебәгеме ни! Ул һуҡҡан септәләр, лак һөртөлгән кеүек, йылҡылдап торор ине. Һатып алыусылар септәне тик унан ғына алырға тырышты.

Аҫылғужа бабайымды осратһаң, донъя бөтөнләй аҫыл, йәмле булып күренә башлай. Һорауҙарын бирергә, хәбәрен һөйләргә, әйтерһең, алдан әҙерләнеп ҡуйған. Уның менән әңгәмәнән һуң, ҙур кинәнес, ризалыҡ менән хушлашаһың. Аҫылғужа бабайым бер күркәм хеҙмәт династияһына баш һалды. Бына бер генә миҫал: Аҫылғужа олатайҙың төпсөгө - Бәхтегәрәй ағайҙың улы Ғәйсәр Аҫылғужин Белорет металлургия комбинатында эшләп, Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры булды.

Бабайымдың исемен ҡыҫҡартып Аҫыл тип кенә йөрөттөләр. Исеме есеменә тап килгән аҫыл кеше ине. Ауылыбыҙҙа ҙур дүрт араның береһенең башлығы ана шундай данлы, оһолло кеше булды...

Аҫыл бабайҙарыбыҙҙы, олатайҙарыбыҙҙы йышыраҡ иҫкә төшөрәйек, уларҙың алтын аҡылын тормошҡа юлдаш итеп алайыҡ. Бабайҙарым артыҡ уҡымышлы булмаһа ла, йәш быуынға тәрбиә биреү йәһәтенән дипломлы белгестәрҙән кәм булмаған”.

Тулы мәҡәләне гәзиттең 28-се һанында уҡығыҙ. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: