Тәүге тапҡыр тауыш биреүселәргә, шулай уҡ оло йәштәге һайлаусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ауылдың иң оло һайлаусыһы - туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған Хәспиә Ғибәтова өйҙән тауыш бирһә, Алмабикә Ғәлиуллина, иң оло уҙаман Мортаҙа Зәйнетдинов һайлау участкаһына шәхсән килгәндәр.
- Тауыш биреү һәр ваҡыттағыса әүҙем, тыныс бара. Ризаһыҙлыҡ белдереүселәр юҡ. Ололар ҙа, йәштәр ҙә гражданлыҡ бурысына яуаплы ҡарай, - ти һайлау комиссияһы рәйесе Айгизә Марат ҡыҙы Әбҡәдирова.
Ә инде ауыл клубы фойеһында ойошторолған көҙгө муллыҡ йәрминкәһе, дәртле йыр-моңдар һайлау көнөн бермә-бер йәмләп ебәрҙе.
Һүрәттә: "Мин дә, ниһайәт, үҙ тауышымды бирә алам", - ти һайлауҙа тәүгә генә ҡатнашҡан Аҡһылыу Мостафина.