Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
27 Сентябрь 2023, 19:07

Ауылдаштар ярҙамы

Аҙнағолдан Альберт Сибәғәтов менән Вәкил Яҡупов ауыл клубының болдорон яңыртып, ауыл халҡына һәм, бигерәк тә, мәҙәниәт усағы хеҙмәткәрҙәренә көтөлмәгән бүләк эшләнеләр.

Ауылдаштар ярҙамы
Ауылдаштар ярҙамы

Бина үткән быуаттың 70-се йылдарында төҙөлә. 2001 йылға тиклем бинала ауыл мәктәбе урынлашһа, һуңынан ул ауыл клубына тапшырыла. Ваҡыт үтеү менән клуб болдоро ҡулланыуға яраҡһыҙ һәм хәүефле була. Ауылдаштар болдорға ремонт яһарға тәҡдим итә. Иҫкеһен һүтеп, материалдар килтереп эшкә тотона һәм яңыртып та ҡуя.

Ике йыл элек Альберт Сибәғәтов, Вәкил Яҡупов, Тимур Яҡупов, Владимир Базайкин, Йәлил Сәғәҙәтов, Урал Айытбаев улдары менән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙам иткәйнеләр инде. Улар клубтың кәртәһен алыштырғайнылар.
- Альберт Данияр улына һәм Вәкил Әлипбай улына ярҙамдары өсөн рәхмәт. Һәр ваҡыт шулай ярҙамсыл, әүҙем булып ҡалығыҙ, - ти ауыл клубы мөдире Илүзә Яҡупова.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: