Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
27 Сентябрь 2023, 18:58

Майҙансыҡлы булдылар

Үрге Әүжәндең “Добрыня” спорт комплексы биләмәһендә балалар спорт-уйын майҙансығы барлыҡҡа килде.

Майҙансыҡлы булдылар
Майҙансыҡлы булдылар

Балаларҙың хәҙер үҙ тауы, ҡомлоғо, бәүелсәге, турнигы бар. Үрге Әүжәндән Павел Жаринов ярҙамы менән улар өсөн күңел асыу, уйын һәм аралашыу урыны булдырылды.
- Павел Михайлович Үрге Әүжәнгә Ауыл көнөндә килде һәм балаларҙың айырым ял итеү майҙансығы булмауына иғтибар итте һәм бүләк эшләне. Ауыл хакимиәте, ауыл халҡы, айырыуса балалар исеменән рәхмәт әйтеп, сәләмәтлек, эшендә уңыштар теләйбеҙ. Майҙансыҡҡа килеүселәрҙән ҡорамалдарға һаҡлыҡ менән ҡарауҙарын теләйбеҙ. Бында тәүлек әйләнәһенә видеокүҙәтеү ҙә алып барыла,  - тине ауыл хакимиәте башлығы Вячеслав Витушкин.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: