Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
19 Октябрь 2023, 18:00

Аҙнағолда рәссам Рим Юнысовҡа арналған музей асылды

Аҙнағол халҡы ла үҙенең билдәле кешеләре менән ғорурлана, уларҙың исемен хаҡлы рәүештә мәңгеләштерергә тырыша. Аҙнағол ауылының арҙаҡлы улдарына арнап бер кѳндә ике сара үткәрелде.

Аҙнағолда тыуған рәссам Рим Әхмәт улы Юнысовтың ижадына арнап музей асылды. Ошо уҡ кѳндѳ тағы бер шәхескә, Башҡортостан Республикаһын ойоштороусыларҙың береһе, тәүге Башҡортостан Хѳкүмәтенең ағзаһы, Башҡорт совет республикаһының Ер эштәре буйынса халыҡ комиссары Ғәлиәхмәт Ямалетдин улы Айытбаевтың яҡты иҫтәлегенә ауыл китапханаһы йортонда таҡтаташ асылды.
Ғәлиәхмәт Айытбаев тураһында уның яҡын туғаны, Бѳрйән хакимиәте хеҙмәткәре Ғәлләм Айытбаев мәғлүмәт бирҙе.
- Ғәлиәхмәт Ямалетдин улы беренсе Башҡорт хөкүмәте ағзаһы, Зәки Вәлидиҙең Башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушыла, Башҡорт Совет автономияһын төҙөү документтарының 1-се һәм 2-се фармандарына ҡул ҡуя. Башҡорт автономияһын тѳҙѳүгә тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәренең береһе. Зәки Вәлидиҙең яҡын көрәштәше, башҡорт милли хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы була. Уның эшмәкәрлеге тураһындағы документтарҙы ошо музейға тапшырҙым, - тине Ғәлләм Радик улы.
Райондаштары Рим Юнысовтың данлыҡлы шәхес булыуын, ижадын, яҙған картиналарын яҡшы белә. Рим Юнысов тыуған ауылына йыш ҡайтып йөрөр булған. Уның картиналарындағы портреттарҙың күбеһендә ауылының алдынғы хеҙмәт кешеләре, тѳрлѳ ерҙәрҙең тәбиғәте һүрәтләнгән.
Рим Әхмәт улы 1954 йылдың 18 апрелендә тыуа. Сермән урта мәктәбендә белем ала. 1980 йылда Магнитогорск дәүләт педагогия институтын тамамлай.  Өфөлә, Златоуста, Учалыла сәнғәт мәктәптәрендә уҡыта. Ҡайҙа ғына эшләһә лә үҙе артынан яҡты эҙ ҡалдырырға тырыша. 
Рәссам үҙе иҫән саҡта тыуған ауылы Аҙнағолда музей асырға хыяллана. Әммә хыялын тормошҡа ашырырға өлгөрмәй... Билдәле рәссам Рим Әхмәт улы Юнысов 2022 йылдың 27 ғинуарында тыуған ауылы Аҙнағолда ерләнә.
Музей асыу тантанаһында Ѳфѳнән, Сибайҙан килгән билдәле рәссамдар, Учалынан уның ғаиләһе, туғандары, ауылдаштары ҡатнашты. Тәүге һүҙ Сермән ауылы хакимиәте башлығы Айытбай Зәбир улына бирелде.

- Рим Юнысовта ватансылыҡ, илһөйәрлек тойғоһо бик көслө булды. Музей асыу теләге менән янды. Был турала ауылға ҡайтҡан һайын әйтер ине. Беҙ уның менән уртаҡ проекттар эшләнек. Йәштәр үҙенең тыуған еренең тарихын, ата-бабаларының үткәнен белергә, өйрәнергә тейеш. Рим Юнысов та ошо хаҡта бик уйланды. Әлегә был музейҙа Рим Әхмәт улының ғүмере буйы эшләгән эштәре, документтары, пейзаждар, портреттар тупланды. Уларҙың барыһын да музейға уның ҡатыны Сәлимә Юнысова тапшырҙы. Артабан был музей шәжәрәләр, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары, тыл эшсәндәренең исемлектәре, башҡа тарихи ҡомартҡылар менән тулыландырылыр. Музей асылыуы ҙур эштең башланғысы ғына әле,
тине Айытбай Зәбир улы.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары, финанстар идаралығы начальнигы Ольга Берко ошо йортто музей итеп ремонтлаған, төҙөкләндереү эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан Урал Айытбаев, Алмас Хөсәйенов, Динис Вәхитовты муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне. Илфат Ямалетдинов, Вәхит Хөсәйенов, Ғәли Фәхретдиновҡа муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Рим Юнысовтың ҡатыны Сәлимә Юнысова, ҡыҙы Айгѳл, кейәүе Азамат Назаровтар Рим Әхмәт улының хыялын тормошҡа ашырған хакимиәт башлығы Айытбай Зәбир улына, Сермән күп тармаҡлы ауыл клубы музейы хеҙмәткәре, крайҙы ѳйрәнеү түңәрәге етәксеһе Рәмзиә Мамедоваға, рәссам, уҡытыусы, тѳрлѳ күргәҙмәләр һәм конкурстар лауреаты Резеда Шаһиеваға, Аҙнағол ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Илүзә Яҡуповаға, Гѳлсибәр Хәмитоваға, музей асыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһынала рәхмәт белдерҙе.
Ѳфѳнән килгән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған, Рәсәйҙең Почетлы архитекторы Динар Хәлитовта үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

- Рим Әхмәт улы һәр эшенә күңел йылыһын һалды. Беҙ уның менән Сибай ҡалаһында бергә эшләнек. Сибайға эшкә килеп бер аҙ ваҡыт уҡытҡас, тырышып йөрөп Башҡорт художество гимназияһын асты, ҡайҙа ғына эшләһәлә, һәр ерҙә Балалар художество мәктәбен асты, 2020 йылда Саха Республикаһының Мирный ҡалаһында Балалар сәнғәт мәктәбенең художество бүлеге уҡытыусыһы булып эшкә урынлашты. Унда ла беҙҙең тынғыһыҙ дуҫыбыҙ Балалар художество мәктәбен асып ѳлгѳрҙѳ. Тап ошонда ул үҙенең тәүге китабын сығара, үҙенең картиналарының күргәҙмәһен ойоштора. Курил утрауҙарында, Приморье крайында йәшәгән йылдарын ул яратып һѳйләр ине. Дуҫыбыҙ үҙенең изге эштәре менән онотолмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы.

Сибай ҡалаһынан ғаиләһе менән килгән, Магнитогорск дәүләт педагогия институтында бергә уҡыған курсташы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ишморат Дәүләтбаев та Рим Әхмәт улы тураһында йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

- Рим Әхмәт улы ижадына арналған музей асылыуын ишеткәс, ҡатыным Гѳлдәр Риза ҡыҙы менән бик ҡыуанып килдек. Беҙ Рим Әхмәт улы менән 1979 йылда таныштыҡ. Шул йылдарҙан алып ғүмер буйы аралашып йәшәнек. Башҡорт художество гимназияһында бергә эшләнек. Дуҫыбыҙ киң ҡарашлы, тәрән белемле,эшһѳйәр шәхес булды. Музей асыла тигәс, үҙем ѳсѳн бик ҡәҙерле булған бүләкте алып килдем. 1980 йылдаРим Юнысов минең портретты эшләгәйне. Ошо портретты музейға бүләк итәм,
тине ул.

Рәссамдың Сермәндә йәшәгән ике туған һеңлеһе Зәлифә Хисамова музейға Рим Юнысовтың портретын бүләк итте, хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Музейҙа ҡуйылған картиналарҙы, Рим Юнысовтың эскиздарын ҡарап сыҡҡандан һуң барыһы ла Сермән, Аҙнағол ауылдарының һәүәҫкәр артистары тарафынан әҙерләнгән бай программалы концерт ҡараны.
Шулай итеп, Аҙнағол ауылы халҡы үҙенең билдәле кешеләренең исемен мәңгеләштереп ҡуйҙы.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: