Берештамаҡ ауылы тәбиғәттең иң матур ерендә урынлашҡан. Ул үҙенең таҙалығы, йорттарҙың бөхтәлеге, күркәмлеге менән иғтибарҙы әллә ҡайҙан уҡ үҙенә тарта. Һәр йорт баҡсаһы сәскәләргә күмелгән. Ауыл уртаһынан үткән асфальт юл да, Береш йылғаһы буйҙарының таҙалығы ла ауылға йәм өҫтәй. Берештамаҡ йылдан-йыл үҫә, матур йорттар ҡалҡа.
Ошо көндәрҙә Берештамаҡ ауылында Береш йылғаһы аша һалынған күперҙе асыу тантанаһы булды. Яңы күпер төҙөү идеяһы Берештамаҡтың йәмәғәт эшен алып барған старостаһы Миңлеғәле Ғәҙелшин күңелендә күптәнән оялап йөрөй. Элекке ағас күпер үҙ бурысын әллә ҡасан үтәп, сереп бөтөп, таҡталары ҡойолоп, бөтөнләй йөрөрлөк хәлдә булмай башлай. Ә күпер ауыл халҡына бик кәрәк. Сөнки ошо күпер аша тау битләүендә урынлашҡан мәктәпкә уҡыусы балалар, уҡытыусылар, ә фельдшер-акушер пунктына оло йәштәгеләр йөрөй. Шулай уҡ ауыл магазинына ла юл ошо күпер аша үтә.
Күпергә былтыр көҙөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Флүр Уразмәтов ярҙамы менән килтерелгән бетон бағаналарҙы ултыртып ҡалдыралар. Ә май айында Миңлеғәле Мәсәғүт улы ярҙамға сыҡҡан 8 ирегет менән иҫке күперҙе һүтеп ала.
Яйлап ауыл халҡынан йыйылған аҡсаға күпер тѳҙѳлѳшѳн ѳмә менән башлап ебәрәләр. Ниһайәт, Береш йылғаһының ике ярын тоташтырған күпер ошо көндәрҙә әҙер була. Асы ауыл хакимиәте башлығы Фәйзүнә Әбдрәшитова:
Фәйзүнә Зиннур ҡыҙы һәм район хакимиәтенән вәкил Андрей Юрьевич яҙғы өмәләрҙә ҡатнашҡан, мал поездан тапалмаһын ѳсѳн тимер юлы буйлап кәртә һуҙған, зыяратты, ауылдың тирә яғын сүп-сарҙан таҙартыуҙа ярҙам иткән, күпер тѳҙѳүҙә ҡатнашҡан иң әүҙем ир-егеттәргә район хакимиәтенең, Асы ауыл хакимиәтенең, Маҡтау ҡағыҙҙарын, Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Артабан һүҙ Берештамаҡ ауылын үҫтереүгә көс һалған, Инйәр депоһында смена мастеры булып эшләгән, ауыл старостаһы Миңлеғәле Мәсәғүт улына бирелде. Ул күпер тѳҙѳүҙә, ауылды тѳҙѳкләндереүҙә, тәртиптә тотоуҙа ҡатнашҡан ауылдаштарының барыһына ла рәхмәт белдерҙе, киләсәктә лә берҙәм, әүҙем булырға, ауылдың ошондай мәсьәләләрен бергәләп хәл итергә өндәне.
Күпер асыу хоҡуғы муниципаль район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты һәм туризмды үҫтереү буйынса урынбаҫары Андрей Гревцевҡа, Асы хакимиәте башлығы Фәйзүнә Әбдрәшитоваға һәм ауыл старостаһы Миңлеғәле Ғәҙелшинға бирелде.
Ҡыҙыл таҫманы киҫкәндән һуң, күпер аша иң беренсе булып Берештамаҡ ауылының уҡыусылары, уҡытыусылар үтте. Артабан йәнле аралашыу мәктәптә барҙы.
Быйыл республикабыҙҙа "Атайсалға - изге ғәмәлдәр" йылында берештамаҡтар тыуған ауылдарында изге эш эшләп, барыһына ла үрнәк һәм ѳлгѳ күрһәттеләр.