Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
16 Октябрь 2025, 16:09

Әруахтар рухын ризалатып

Республика көнөндә һәр кем ялын үҙенсә үткәрһә, бына Уҫманғәле ауылы ир-егеттәре изге тарих битен асты.

Әруахтар рухын  ризалатып
Әруахтар рухын ризалатып

"Тереләрҙең - ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел" тигән халыҡ әйтеменә таянып, улар ауыл зыяратындағы иҫке хужалыҡ блогын һүтеп, урынына тимерҙән яңыһын эшләп тә ҡуйҙы.
Эштең матди яғын да ир-егеттәр үҙҙәре хәл итте. Марс Йомағолов һәм Миңлехан Ғәйнетдинов профнастил, Радмир Шәрипов һәм Собит Бекмурзаев ағас материалдары менән ярҙамлашты.
"Айыҡ ауыл" конкурсына ярашлы эшләнгән изге ғәмәл төйәгебеҙҙең бәҫен арттырып, ауыл халҡының рухын күтәрҙе!

Илфат ҒӘЛИН.
Уҫманғәле.

Автор:
Читайте нас