Барыһы ла Еңеү өсөн
27 Января 2025, 10:34

Яугирҙар тураһында яңы йыр

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Сибай концерт-театр берләшмәһе солисы, махсус хәрби операция яугиры Фларид Бирғәлин яңы йыры менән таныштырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яугирҙар тураһында яңы йырЯугирҙар тураһында яңы йыр
Яугирҙар тураһында яңы йыр

“Был йыр минең өсөн яугирҙарыбыҙҙың гимны кеүек яңғырай. Быйыл күптән көтөлгән тыныслыҡ килер тип өмөтләнәбеҙ, - тип яҙған ул. – Йыр 2024 йылда сығырға тейеш ине, ләкин яҙмыш үҙе 2025 йылды һайлаған, күрәһең. Ә йыр 2023 йылдың сентябрендә тыуҙы. Миңә ошо йырҙы бүләк иткән өсөн “Яңы йыр” студияһынан Эмиль Абдрахмановҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Уны оҙаҡ ҡана яҙҙыра алманыҡ, үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ: шарттар мөмкинлек бирмәй. Был матур йыр өҫтөндә оҙаҡ эшләнек. Бына шундай тарих!”

Барығыҙ ҙа иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!

“Башҡортостаным яңылыҡтары”нан.

Автор: