Бөтә яңылыҡтар
10

Алғы һыҙыҡҡа - тәмлекәстәр

Сермән мәктәбенең өлкән класс ҡыҙҙары, мәктәп ашнаҡсылары һәм педагогтар етәкселегендә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Белорет хәрбиҙәре өсөн сәксәк әҙерләне.

Алғы һыҙыҡҡа - тәмлекәстәр
Алғы һыҙыҡҡа - тәмлекәстәр

Сара Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына ярашлы, мәктәптең милли ризыҡтар әҙерләү буйынса "Минең милли ризығым" флешмобында ҡатнашыу сиктәрендә ойошторолдо.

Көн элгәре мәктәп етәкселеге яугирҙарға, эшҡыуар, ирекмән Данис Йыһаншин аша, посылкалар оҙатты.

Ҡыҙҙар, яҡшы эшегеҙ, йөрәк йылығыҙ һәм яугирҙарыбыҙға ярҙам итеүегеҙ өсөн рәхмәт!

Хакимиәт сайтынан. 

 

Автор:
Читайте нас: