Барыһы ла Еңеү өсөн
19 Марта 2025, 05:53

Башҡортостан махсус хәрби операцияға ярҙам итеү өлгөһөнә әйләнде

Башҡортостан нисек махсус хәрби операцияға ярҙам итеү өлгөһөнә әйләнде.

Башҡортостан махсус хәрби операцияға ярҙам итеү өлгөһөнә әйләндеБашҡортостан махсус хәрби операцияға ярҙам итеү өлгөһөнә әйләнде
Башҡортостан махсус хәрби операцияға ярҙам итеү өлгөһөнә әйләнде

«Сәйәси мәғлүмәт үҙәге» Мәскәүҙә «Рәсәй Федерацияһы субъекттарының Махсус хәрби операцияға булышлығы» тип аталған доклад менән таныштырҙы. Был – илебеҙ төбәктәренең махсус операцияға ярҙам итеүгә бәйле эшмәкәрлеген баһалау йәһәтенән тәүге күләмле тикшереүҙәр һөҙөмтәһе. Башҡортостан әлеге рейтингта өсөнсө урынды яуланы. Быға сараларҙың комплекслы һәм системалы булыуы арҡаһында өлгәшелде, тип билдәләй белгестәр. Радий Хәбиров етәкселегендәге идара итеү командаһы эште һөҙөмтәле ойоштора алды. Асылда, республикабыҙ тәжрибәһен башҡаларға өлгө итеп ҡуялар. Ә нимәһе менән тәьҫирле булды беҙҙең эшмәкәрлек?

Фронттағыларға ярҙам итәбеҙ

«Башҡортостан үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай» саҡырыуы күптән инде киң таралды. Фронт яугирҙары Башҡортостандың үҙ егеттәре хаҡында хәстәрлек күреүен, һәр ваҡыт кәрәкле әйберҙәр туплап гуманитар ярҙам ебәреүен белә, ә уларҙың ғаиләләре бер нимәгә лә мохтаж түгел. Күп кенә хәрби хәбәрселәр, Башҡортостандың фронтҡа һәм яугирҙәргә ярҙамы – илдә иң яҡшыларҙың береһе, тип билдәләй.

Беҙ тәүгеләрҙән булып 2022 йылда гумконвой ебәрҙек, ә бөгөнгә уларҙың һаны 144-кә етте. Бынан тыш, бөтә республиканан предприятиелар, муниципалитеттар, битараф булмаған кешеләр алғы һыҙыҡҡа кәрәкле посылкалар ебәрә. Барлыҡ район башлыҡтары Донбассҡа барып, яҡташтарының хәлен белешеп тора. Башҡортостан гуманитар ярҙам ташыуҙың үҙ системаһын булдырған: Луганск Халыҡ Республикаһында ла беҙҙең логистик үҙәк эшләй, алып барылған ярҙам заявкаларға һәм ихтыяжға ярашлы бүленә.

Беҙҙең табиптар сиратлап хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға ла, урындағы халыҡҡа ла ярҙам итергә бара, унда хатта теш дауалау өсөн заманса стоматология модуле алып барылған. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар отрядтары махсус хәрби операция биләмәһендәге хәрби госпиталдәрҙә яралыларҙы ҡарарға ярҙам итә.

Тылда ла эш тынмай

Бында, тылда, махсус хәрби операция ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн 40-тан ашыу ярҙам сараһы булдырылған, улар иҫәбендә – шифаханаларҙа бушлай дауаланыу, балаларға белем биреү, ҡайһы бер һалымдарҙан азат итеү, көнкүреш проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам һәм башҡалар. Бер генә хәрбиҙең дә ғаиләһе иғтибарһыҙ ҡалмаған.

Радий Хәбиров был процесты үҙе контролдә тота, ул бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә барҙы, алғы һыҙыҡта булды, яугирҙарҙың шатлыҡ-хәсрәттәре тураһында белеү өсөн улар менән даими аралаша.

Контракт хеҙмәте

Башҡортостан контракт хеҙмәтенә ҡабул итеүҙе ойоштороу һәм халыҡ менән патриотик һәм аңлатыу эштәре алып барыу буйынса өлгө булып тора. Мобилизация әҙерлеген яҡшы ойоштороу буталсыҡҡа юл ҡуймаҫҡа ярҙам итте, ә һуңынан республикабыҙ илебеҙҙе яҡларға әҙер булыуын эш менән иҫбатланы. Республикала доброволецтар иҫәбенә хәҙер инде билдәлелек яулаған Салауат Юлаев, генерал Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальондары, һуңынан «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы ойошторолдо. Республиканан доброволецтар ағымы бөгөнгәсә туҡтамай.  

Яугирҙарҙы тыныс тормошҡа әҙерләйбеҙ

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың тыныс тормошҡа яраҡлашыу системаһы әүҙем үҫтерелә. Был йүнәлештә «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы ҙур эш башҡара. Оборона министры урынбаҫары, дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева әйтеүенсә, Башҡортостанда фондтың эшен ойоштороу тәжрибәһе, атап әйткәндә, бер юлы бер нисә ҡалала ярҙам үҙәктәре асыу – үҙенсәлекле һәм һөҙөмтәле алым, шуға күрә уны башҡа төбәктәргә лә таратырға ниәтләйҙәр.

«Батырҙар дәүере» федераль проекты өлгөһөнә эйәреп, республикабыҙҙа «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы эшләй башланы. Ошо программаға ярашлы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан төрлө кимәлдәге предприятиеларҙа, ойошмаларҙа, власть органдарында эшләү өсөн квалификациялы идарасылар әҙерләйәсәктәр. Тәүге аҙнала уҡ меңгә яҡын кеше ҡатнашырға теләк белдереп ғариза биргән. Был проекттың ихтыяжлы булыуы хаҡында һөйләй. Радий Хәбиров беренселәрҙән булып хәрби бурыстарын үтәү барышында уңыш ҡаҙанған яугирҙарҙы яуаплы вазифаларға тәғәйенләй башланы һәм киләсәктә лә быны эшләүен дауам итәсәген белдерҙе. Ул шәхсән үҙе программала ҡатнашыусы бер нисә егеттең остазы буласаҡ һәм уларҙы дәүләт идаралығы нескәлектәренә өйрәтәсәк.

Автор:
Читайте нас