

ҡса номиналы 52,5 мең һум тәшкил иткән исемле сертификаттарға йүнәлтелә, уларҙан яраланған, имгәнгән йәки контузия алған мобилизацияланғандар һәм доброволецтар файҙаланасаҡ.
Тәүге ун кеше Өфөләге “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы базаһындағы төбәк Башлығы ҡушыуы буйынса булдырылған реабилитация үҙәгендә дауалана башланы. Программа үҙ эсенә медицина һәм психологик ярҙамды, социаль адаптацияны, логопедияны һәм профессиональ әҙерлекте ала. Комплекслы реабилитация барышында һәр яугирға, тиҙерәк әүҙем тормошҡа әйләнеп ҡайтһындар өсөн, шәхси мөнәсәбәт, дауа булдырыла.
Әле 6,5 меңдән ашыу яугир һәм уларҙың ғаилә ағзалары бушлай шифахана-курорт дауаһы алыуҙан файҙаланды.