

Проектҡа ике меңдән ашыу ғариза килеп, финалға тик 70 ҡатнашыусы ғына сыға. Азамат Фәнил улы Сермән ауылында хәрби ғаиләһендә тыуа. Атаһы Фәнил Миңлеғәле улы - Рәсәй Эске эштәр министрлығы отличнигы, хаҡлы ялға эске эштәр органының Маҡтаулы хеҙмәткәре булып китә. Әсәһе Зөлфиә Закир ҡыҙы бөтә ғүмерен балаларға бағышлай.
Азамат Фәнил улы Йөйәк мәктәбен, һуңынан Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Республика Президенты ҡарамағындағы һаҡ начальнигы урынбаҫары булып эшләй. Унан һуң Яңы Уренгойға китә. Төмән нефть колледжын тамамлай, нефть компанияһында эшләй.
Махсус хәрби операция башланыу менән фронтҡа китергә ҡарар итә. Взвод менән командалыҡ итә, һуңыраҡ рота командиры, “Ахмат” махсус тәғәйенләнешле штурм батальоны командиры урынбаҫары була. Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларында ауыр алыштарҙа ҡатнаша. Бер тапҡыр взводы менән ике көн дауамында дошман сығармаған тыныс халыҡты ҡотҡара, 29 кешенең ғүмерен һаҡлап ҡала. Һуғыштарҙың береһендә 18 яугирҙы емереклектәр аҫтынан иптәштәре менән сығаралар, шул ваҡытта яугир үҙе яралана.
Азамат Фәнил улы "Батырлыҡ өсөн", генерал Шайморатов миҙалдары, "Махсус хәрби операция геройы" билдәһе, "Ахмат - Спецназ" ордены менән бүләкләнгән.
Ауыр яраланған яугир хеҙмәттән бушатыла. Һуңынан Грозный дәүләт нефть техник университетының магистратураһын тамамлай. Бөгөн Азамат Шаһисолтанов Өфөлә йәшәй, нефть компанияһында вахта ысулы менән эшләй, дүрт ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй.
Яҡташыбыҙ әйтеүенсә, ул кесе Ватанына ҡайтырға, йәмғиәткә файҙалы булырға, муниципаль власть органдарында эшләргә хыяллана.
21 июлдән Шишмә районының "Патриот" паркында программала ҡатнашыусыларҙы уҡытыу башлана һәм бер йыл дауам итә. Һәр береһе өсөн төбәктең идара итеү командаһынан остаз беркетелә, тармаҡты яугирҙар үҙҙәре һайлай.
Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уңыштар теләйбеҙ!