Барыһы ла Еңеү өсөн
3 Сентября 2025, 09:42

Ағалы-ҡустылы офицерҙар хөрмәтенә Герой партаһы асылды

Ҡаланың 8-се мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ағалы-ҡустылы Андрей һәм Владимир Васильковтар хөрмәтенә Герой партаһы асылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ағалы-ҡустылы офицерҙар хөрмәтенә Герой партаһы асылдыАғалы-ҡустылы офицерҙар хөрмәтенә Герой партаһы асылды
Ағалы-ҡустылы офицерҙар хөрмәтенә Герой партаһы асылды

Кадр офицерҙары Владимир һәм Андрей Васильковтар алғы һыҙыҡта. Махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы һәм хәрби бурысты лайыҡлы үтәгәне өсөн улар юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды. Герой партаһын асыу тантанаһында офицерҙарҙың ата-әсәһе – Александра Александровна һәм Иван Михайлович ҡатнашты.

«Был парта артында ултырыу хоҡуғы яҡшы өлгәшкән һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларға бирелә», — тине Азат Хәкимов.

Андрей Васильков үҙенең видеомөрәжәғәтендә балаларҙы яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотланы.

 

Сығанаҡ: Азат Хәкимов.

Автор: