

Кисә табипты район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов, коллегалары махсус хәрби операция зонаһына оҙатып, яңы урында уңыштар теләп ҡалды.
Әйткәндәй, Илдар Арыҫлан улының махсус хәрби операция зонаһына юлланыуы беренсегә түгел. Был уның өсөнсө командировкаһы. 2022 йылда Луганск госпиталендә эшләһә, былтыр иһә Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән.
Табип был ҡарарын йөрәк ҡушыуы һәм бурыс саҡырыуы менән аңлата. Анестезиолог-реаниматолог - иң ҡатмарлы һәм мөһим медицина һөнәрҙәренең береһе. Эвакуацияла эшләгәнендә йөҙҙәрсә яралы һалдаттың һәм тыныс халыҡтың ғүмерен ҡотҡара ул алдағы командировкаһында.
“Махсус хәрби операция зонаһында ла медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ ҙур. Хәрби медицина ҡәҙимгеһенән айырылһа ла, ике тапҡыр командировкаға барып ҡайтыуым төплө тәжрибә тупларға ярҙам итте. Ныҡышмал, үткер, тырыш булғанымды күргән командир шылтыратҡандан һуң уйлап та тормай контракт төҙөнөм. Беҙ булмағас, кем һуң”, - тине ул.
“Ҡыйыу ҡарары өсөн хөрмәт итәм. Элекке командировкаларҙағы кеүек, Илдар Арыҫлан улы менән бәйләнештә буласаҡбыҙ, тейешле ярҙам күрһәтербеҙ. Һау-сәләмәт ҡайтыуын көтәбеҙ!” - тине район етәксеһе Азат Салауат улы.
Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы коллективы һәр ваҡыттағыса коллегаларына гуманитар ярҙам йыйған. Был юлы ла махсус хәрби операция зонаһындағы медицина учреждениелары өсөн кәрәкле медикаменттар оҙатты.