Татьяна Леонидовна ярҙам саралары, яңы ярҙам программалары тураһында хәбәр, реабилитацияның техник сараларын алыу, торлаҡты яраҡлаштырыу өсөн ғаризалар бирергә ярҙам, бөтә кәрәкле документтарҙы йыйыуға һәм әҙерләүгә булышлыҡ итә. Татьяна Борисованың ҡарамағындағыларҙың береһе заманса ҡатмарлы протез алыуға өлгәшкән, дүртәүһе торлаҡ биналарын яраҡлаштырыуға әҙерләнә.
- Бөтә социаль координаторҙар фонд эшенең юғары стандарттарына ярашлы ентекле һайлап алыу һәм уҡытыу үтте. Улар кәрәкле белемгә, оҫталыҡҡа һәм, иң мөһиме, геройҙарыбыҙға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү теләгенә эйә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды «Ватан һаҡлаусылары» Дәүләт Фондының төбәк филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
– Фонд эшләгән осорҙа беҙ берҙәм командаға әйләндек, һаҡсыларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтеү маҡсаты өсөн иңгә- иң терәшеп эшләйбеҙ, – тип билдәләне «Ватан һаҡлаусылары» фондының ике йыллығында статс-секретарь, РФ Оборона министры урынбаҫары, «Ватан һаҡлаусылар» фонды рәйесе Анна Цивилева.