- Ауылда йәшәһәк тә, беҙ ҙә илебеҙҙә, республикабыҙҙа барған бөтә яңылыҡтарҙы ла белеп барабыҙ. Республика Башлығы Мөрәжәғәтнамәһендә әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан батырҙарыбыҙға ярҙам итеү буйынса ныҡлы ҡарарҙар бар. Беҙ барыбыҙ ҙа махсус хәрби операция осорон кисерәбеҙ. Әлеге ваҡытта күп ғаиләләрҙән атайҙар, улдар, туғандар, яҡындар Украинала хәрби бурысын үтәй. Махсус хәрби операция Ватаныбыҙ тарихында төрлө яҡтан да һыналыш ваҡиға булды. Сит ерҙә илебеҙ тыныслығын һаҡлап көрәшкән яугирҙарыбыҙға район-ҡалабыҙ халҡы гуманитар ярҙам йыйыуға тос өлөш индерә. Беҙҙең ауыл халҡы ла гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнаша. Яу яланынан яраланып ҡайтҡан, төпкөл ауылдарҙан булған яугирҙарыбыҙға һаулыҡтарын нығытыу өсөн айырыуса ныҡлы ихтибар кәрәк, - ти Берештамаҡ ауылы старостаһы, йәмәғәт лидеры, тимер юлында мастер булып эшләгән Миңлеғәле Ғәҙелшин.
Миңлеғәле Ғәҙелшиндың да улы хәрби бурысын Украинала үтәне. Ҡаты яраланып ҡайтҡандан һуң, дауаланып та өлгөрмәй иптәштәре янына ҡабаттан китте. Әммә яраһы ауыр булғанлыҡтан яугир үткән йылда хәрби хеҙмәттән ҡайтарыла. Әлеге ваҡытта батыр яҡташыбыҙ яу яланында ҡалған иптәштәренә ярҙам итә, тыныс тормошта үҙ эше менән шөғөлләнә.
Мөрәжәғәтнамәлә күп ғаиләләрҙе борсоғон был һорауҙар тураһында ентекле ҡарарҙар ҡабул ителде. Әлегә илебеҙ алдында был иң төп бурыстарҙың береһе.