Бөтә яңылыҡтар
Барыһы ла Еңеү өсөн
11 Февраль , 09:53

БПЛА өсөн «Урал аръяғы» полигоны булдырыла

Өфөнән Сибайға тиклем 35 мең квадрат саҡрымлыҡ биләмәлә инфраструктура, ултыртыу майҙансыҡтары һәм дронопорттар урынлаштырыла.

БПЛА өсөн «Урал аръяғы» полигоны булдырыла
БПЛА өсөн «Урал аръяғы» полигоны булдырыла

 Башҡортостан хөкүмәтендә ошо турала белдерҙеләр. «Урал аръяғы» полигонын 2026 йылда асыу планлаштырыла.

Шулай уҡ республикала «Пилотһыҙ авиация системалары» милли проекты буйынса төбәк ғилми-етештереү үҙәге майҙансығында 20-нән ашыу компания-резидент берләштерелә.

«Иҡтисад тармаҡтары өсөн яңы белем биреү программаларын эшләү һәм квалификациялы заказсылар әҙерләү, йәштәрҙе йәлеп итеү һәм яңы технологияларҙы асыҡлау өсөн БАС буйынса ярыштар уҙғарыу, махсус хәрби операция ветерандарын социаль яраҡлаштырыу өсөн гражданлыҡ һөнәрҙәренә ҡайтанан уҡытыу менән шөғөлләнәсәк белем биреү үҙәген булдырыу планлаштырыла», — тип билдәләнеләр республика министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәтендә.

Автор:
Читайте нас