Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
12 Февраль , 15:53

“Батырға - күңел йылыһы”

- Гуманитар ярҙам- Иғтибар - Өй йылыһы- Әсәйҙән хат- ХәстәрОшо тәрән һәм тәрбиәүи һүҙҙәр ниндәй мәғәнәғә эйә һуң?! Ысынлап та, илебеҙҙә барған сыуалыштар мәлендә нәҡ ошо һүҙҙәр унда ҡатнашҡан райондаштарыбыҙ, яҡындарыбыҙ өсөн яҡын һәм ҡәҙерле. 

“Батырға - күңел йылыһы”
“Батырға - күңел йылыһы”

Белореттың "Кому за. Плюс" йәмәғәт ойошмаһы үткәргән "Батырға - күңел йылыһы" исемле сара төрлө быуын вәкилдәрен - Ватаны өсөн ут-һыу кискәндәрҙе һәм батырлыҡ тураһында хәтер һаҡларға өйрәнгәндәрҙе йыйҙы. Ойошма ветерандары менән ҡаланың 20-се мәктәбе кадеттары араһында үткән осрашыуҙың да темаһы ябай һәм тәрән яңғырай. Батырлыҡ ҡылғандар өсөн нимә ул күңел йылыһы һәм уларҙың ҡыйыулығы, фиҙаҡәрлеге өсөн йәмғиәт рәхмәтлеме? Әлбиттә! Осрашыуҙа ҡатнашыусылар әйтеүенсә, тыуған йорт йылыһы, яҡындарың хәстәре - ул матди бүләк кенә түгел, ә иғтибар, ихтирам һәм кешелеклелек тә. Оло һәм йәш быуын вәкилдәренең рәхмәтле булыуы рух күтәренкелеге биреүе, батырҙың күңеленә ул ҡылған ҡаһарманлыктың онотолмаясағына ышаныс һалыу, ирекмәнлек акциялары, осрашыу-
ҙар һәм хәтер дәрестәре ике яҡ - фронт һәм тыл өсөн дә мөһим. 
- Беҙ бергә - көс, - ти “Кому за. Плюс” ойошмаһы лидеры Лидия Круглова. - Был көс неонацизмға ҡаршы берҙәм көрәш алып барыуҙа күренә. Махсус хәрби операциялағыларға һәр ваҡыт ярҙам итәбеҙ. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан алғы һыҙыҡтағы яҡташтарға бүләктәр әҙерләнек, балалар хаттар яҙҙы, һүрәттәр төшөрҙө, күңел йылыһы ҡушып эшләнгән һәр бәләкәй генә бүләкте лә матур итеп биҙәргә тырыштыҡ. Бөгөнгө осрашыуҙа ветерандар ҡатнаша. Улар һәр яҡлап  махсус хәрби операциялағыларға ярҙам итә. Сәйҙәр, май шәмдәр, ҡоро душ һәм башҡа кәрәк-яраҡтар эшләйбеҙ. Яңыраҡ ойошмабыҙ ағзаһы улының  да ҙур теләген еткерҙе. “Барыһы ла бар, ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ә бына ут һәр ваҡыт кәрәк, шуға ла электр станцияһына мохтажбыҙ”, - тигәйне “Яха” мөрәжәғәтендә. Иғланды ойошмабыҙҙың чатына һалдыҡ. Тәүлек эсендә кәрәкле сумманы йыйыуға өлгәштек һәм 38 мең һумға электр станцияһын һатып алдыҡ. Яугирҙың теләге үтәлде. Былтыр фронттағылар өсөн Рәсәй, Башҡортостан флагтары төҫтәрендәге йыуынғыстар бәйләп оҙаттыҡ. Күпмелер ваҡыттан һуң яҡташыбыҙ видеояҙма ебәрҙе. Ярҙам өсөн рәхмәт еткереп, башҡалар өсөн дә йыуынғыстар бәйләүебеҙҙе үтенделәр. Мари, татар, дағстан һәм башҡа халыҡтарҙың флагтарын өйрәнеп, һәр береһенә бәйләп ебәрҙек. Шул тиклем ҡыуанғандарын күрһәгеҙ... Балалар төшөргән һүрәттәр ҙә уларҙың һоро стеналарын биҙәй. Бөгөн дә белем учреждениелары, ойошмалар гуманитар ярҙам килтереүен дауам итә. 
Хаҡлы ялдағыларҙан торған был ойошманың бындай форматтағы осрашыуы тәүгә генә түгел. Бындай саралар даими үткәрелеп тора. Яңыраҡ ветерандар балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары менән дә ошондай уҡ йылы осрашыу үткәргән. Был юлы кадеттар менән осрашыуға хакимиәт башлығының йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, махсус хәрби операция ветераны, "Башҡортостан батырҙары" проекты финалсыһы Азамат Шаһисолтановты ла саҡырҙы.
- Беҙ, йәш быуын вәкилдәре, ололарға тиңләшергә тырышабыҙ, "Офицеры" кеүек патриотик фильмдар  өлгөһөндә тәрбиәләндек. Туғандарымдың күбеһе афған һуғышында ҡатнашҡан. Улар тураһындағы фильмдарҙы, улар һөйләгән тарихтарҙы тыңлап үҫтем, бәләкәйҙән уларға оҡшарға тырыштым. Махсус хәрби операция башланғас, уйлап та тормай, алғы һыҙыҡҡа юлландым. Хәрби бурысымды намыҫлы үтәнем, яраландым. Әле хеҙмәтемде тыуған районымда башлап торам. "Халыҡты юҡ итергә теләһәң, мәҙәниәтенән башла", тигән аксиома бар. Беҙ еңергә тейешбеҙ. Тыуған ил киләсәге лә ошонан тора бит. Тыл һәм фронт - берҙәм булырға тейеш. Яугирҙар тыныслығыбыҙҙы, мәнфәғәтебеҙҙе һаҡлай һәм яҡлай. Беҙ ҙә, үҙ нәүбәтебеҙҙә, быны оноторға тейеш түгелбеҙ. Радий Хәбиров та Дәүләт Йы-
йылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә быны аныҡ әйтте. “Еңеү беҙҙә буласаҡ!” тигәйне төбәк етәксеһе. Башҡаса мөмкин дә түгел. Ватан мәнфәғәтенә эшләргә, йәшәргә кәрәк. Йәштәр, һеҙ илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып үҫергә, хәрби кейем һәм погондар хөрмәт билгеһе булырға тейеш. Үҙемдең өлгөмдән сығып әйтәм, алғы һыҙыҡтағылар һеҙҙең ярҙамға, хәстәргә мохтаж, - тине Азамат Фәнил улы. 
Эске эштәр ветераны Александр Иванов, ойошма лидерҙары Лидия Круглова һәм Федор Ярасов та осрашыуҙа ҡатнашыусыларға иң изге теләктәрен еткерҙе, кадеттарға уҡыуҙарын уңышлы тамамлап, Рәсәйгә тоғро хеҙмәт итеүҙәрен теләне, рухлы шиғырҙарын уҡыны. 
Бындай осрашыуҙар йәштәргә гражданлыҡ яуаплылығының әһәмиәтен аңларға һәм хәйриә башланғыстарында ҡатнашырға ярҙам итә, үҫеп килгән быуында үҙ-ара ярҙам һәм шәфҡәтлелек төшөнсәһен формалаштыра. "Кому за. Плюс" ойошмаһы бындай сараларҙы үткәреүҙе, махсус хәрби операциялағыларға ярҙам итеүен дауам итәсәк. 

Автор:
Читайте нас