Барыһы ла Еңеү өсөн
13 Февраля , 05:14

Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең биш төп өҫтөнлөгө

1. Хәүефһеҙлек. БПЛА операторҙары алғы һыҙыҡтан йыраҡ хеҙмәт итә. 2. Контракт билдәле бер ваҡытҡа төҙөлә (бер йылдан алып). Һуңынан уны яңыртырға йә хәрби хеҙмәттән китергә мөмкин. 3. Контрактта хәрби хеҙмәткәр үҙенең ризалығынан тыш БПЛА менән идара итеүгә бәйле булмаған башҡа хеҙмәт йә ғәскәр төрөнә күсерелмәй тигән пункт бар. 4. Хәрбиҙәргә тәғәйен бөтә түләүҙәр, льготалар һәм социаль гарантиялар ҡаралған. Бынан тыш, юғары уҡыу йортонда белем алған студенттар контракт төҙөргә, академик отпуск алырға, хеҙмәттән һуң бюджетҡа (урындар булһа) тергеҙелергә хоҡуҡлы. 5. Һөҙөмтәле эш өсөн өҫтәмә түләүҙәр. Мәҫәлән, дошман техникаһын юҡ итеүселәргә өҫтәмә рәүештә 50 меңдән 500 мең һумға тиклем аҡса түләнә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең биш төп өҫтөнлөгөПилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең биш төп өҫтөнлөгө
Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең биш төп өҫтөнлөгө

Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә кандидаттарға талаптар

-  Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә 18 йәштән 45 йәшкә тиклемге Рәсәй гражданы булған ир-егеттәр хеҙмәт итә ала, FPV-дрон операторҙарына йәш сикләүе - 35;

- һаулыҡ торошо буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ. Ваҡытлы хеҙмәт тәжрибәһе мотлаҡ түгел;

- кәмендә төп дөйөм белемгә эйә булыу;

- ауыр енәйәттәр өсөн хөкөмгә тарттырылмау. Башҡа хөкөм ителеүҙәргә ҡарата ҡарар индивидуаль рәүештә ҡабул ителә;

- "геймер тәжрибәһе" йәки радиосамолет/дрон менән идара итеү, "VR" ҡулланыу тәжрибәһе, аэродинамика нигеҙҙәрен һәм "дрон тәртибен" аңлау, арауыҡ фекерләү, "кадрҙы тойоу", пилотһыҙ һауа суднолары менән идара итеү буйынса сертификаттар һәм танытмалар уғата хуплана.

Һайлап алыу этабын уңышлы үткән һәм контракт төҙөгән кандидаттар, махсуслаштырылған уҡыу үҙәктәрендә ике ай уҡып, тейешле хәрби һөнәр бирелеүе тураһында таныҡлыҡ ала.

Автор: