2024 йылдан Башҡортостанда ирекмән ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштергән “Беренсе тирмә” проекты тормошҡа ашырыла. Республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан хупланған граждандар башланғысы махсус хәрби операция зонаһындағы хәрби госпиталдәрҙә дауаланған яралылар тураһында хәстәрлек күреүҙән ғибәрәт. 2026 йылдың ғинуар айына ҡарата бирелгән мәғлүмәттәр буйынса, “Беренсе тирмә” проектында 36 муниципалитеттан 216 волонтер ҡатнашҡан, шуларҙың 88-е - махсус хәрби операция яугирҙарының ғаилә ағзалары.
Иҙел башы ла был изге ғәмәлдән ситен түгел. Ошо көндәрҙә “Беренсе тирмә”нең 30-сы бригадаһы составында Луганскиға районыбыҙҙың абруйлы, мөрәүәтле ҡатын-ҡыҙҙары - район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәнова менән мәғариф идаралығы методисы Лариса Әхмәтшина барып ҡайтты. Йөрьәтлелек, рух көсө, миһырбанлыҡ талап иткән миссияға улар кемдеңдер өгөтө менән түгел, ә күңел ҡушыуы, илһөйәрлек тойғоһо менән юлланды. Әйткәндәй, Лариса Хәлфетдин ҡыҙының унда икенсегә барыуы - теүәл бер йыл элек, ғинуар айында, ул 5-се ирекмәндәр төркөмө менән ошо уҡ госпиталдә булғайны. Зөлфиә Басир ҡыҙы әйтеүенсә, яҡташының тәүәккәллеге күңеленә күптән тынғылыҡ бирмәгән оло ниәтте тормошҡа ашырырға этәргес була.
- “Беренсе тирмә” проектына ҡушылып, хәрби госпиталгә эшкә барған ҡатын-ҡыҙҙарҙың батырлығына, баҙнатына гелән һоҡлана, ғәжәп ҡыла инем. Ниһайәт, үҙем дә улар сафын тулыландырҙым. Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан бер отрядҡа тупланған ете кешене мөһим маҡсат берләштерҙе - яраланған яугирҙар тураһында хәстәрлек күреү, уларға ҡайтанан тормошҡа яраҡлашырға ярҙам итеү. Медицина хеҙмәткәрҙәре тән йәрәхәттәрен дауалаһа, беҙ, ябай ҡатын-ҡыҙҙар, йән яраларын уңалтырға тырыштыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы - яйлап үҙ сиктәрен, мөмкинлектәрен киңәйткән “Беренсе тирмә” илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә лә ғәмәлләшә башланы. Мәҫәлән, Луганск госпиталендә беҙгә Ҡалмыҡ Республикаһы ирекмәндәре лә ҡушылды, - ти Зөлфиә Басир ҡыҙы.
Юлға сарыф ҡылынған ваҡыт менән йәмғеһе 17 көнгә һуҙылған ауыр сәфәр, ысынлап та, ғәйрәтһеҙҙәр өсөн түгел. Хәрби госпиталдең ҡатмарлы әмәлиәттәр башҡарылған хирургия бүлегендә алһыҙ-ялһыҙ ярты тәүлек аяҡ өҫтө эшләү күпме көс-кәр талап итеүен үҙ башынан кисергәндәр генә белә. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ табиптарға, шәфҡәт туташтарына һәр йәһәттән ярҙам итә, ауыр яралыларҙы ҡарай, ауырыуҙарҙы төрлө процедураларға оҙата. Һәм, әлбиттә, бында ҡеүәтле психологик ярҙам тураһында ла һүҙ бара.
- Бер бүлектә ике-өс медицина хеҙмәткәренә 50-нән ашыу сирле тура килә. Үҙ аяғына баҫа алмаған ҡаты яралылар ҙа бихисап. Шуға беҙгә табиптарға ассистентлыҡ итергә лә, эшкәртеп, йәрәхәттәрҙе бәйләргә лә тура килде. Луганскиға беренсе мәртәбә юлланғанда, ҡайҙа, ни өсөн барыуымды асыҡ күҙаллап еткермәһәм, икенсе сәфәр күпкә еңел булыр төҫлө тойолғайны. Яңылышҡанмын. Эмоциональ йәһәттән ғәйәт ауыр, яуаплы командировка булды был. Ялан госпиталдәренән килтерелгән ир-егеттәрҙе ҡаршылау, тәрбиәләү, йыуатыу өсөн ни ҡорло сыҙамлыҡ кәрәгеүен һүҙ менән аңлатыу мөмкин түгел. Нисәмә һалдат, шунса яҙмыш - араларында тормоштан төңөлгәндәр ҙә, фәҡәт кем өсөндөр иҫән-аман әйләнеп ҡайтырға өмөт иткәндәр ҙә бар... - ти Лариса ханым уйға ҡалып.
Эйе, нисек кенә ҡыҙғаныс, ҡыйын булмаһын, ебергә, иларға ярамай. Төрлө бүлектәрҙә уҙған ауыр эш көнөнән һуң, ҡайһы саҡ киске сәй артында, яралыларҙың барса һағыш-хәсрәтен, йән-тән ғазаптарын һеңдергән күңелдәр йомшап, күҙ йәштәренә ирек бирелә...
Сит ерҙә төптө таныш булмаған яҡташың да туғаныңдай яҡын, тиҙәр. “Беренсе тирмә” ирекмәндәре Башҡортостан яугирҙары өсөн генә түгел, күрше төбәктән булғандарға ла йән ҡәрҙәшкә әйләнә.
- Айырыуса, Магнитогорск ҡалаһынан бер егет көтөр ҙә йөрөр ине. Саҡ ҡына тотҡарланһаҡ, “Мин һеҙҙе юғалттым, ҡайҙа булдығыҙ?” - тип һорай һала. Свердловск, Татарстан кеүек төбәктәрҙән дә беҙҙе эҫе күреп, апай, әсәй, инәй, тип өндәштеләр. Шулай ҙа, ни тиһәң дә, үҙеңдекеләргә ҡараш башҡасараҡ. Бер көн ҡоймаҡ ҡойоп, яҡташтарыбыҙҙы күстәнәскә алып килгән башҡорт балы менән һыйланыҡ. Һәр иртә һайын көтөп торған һалдаттарҙың: “Һеҙҙең янда үҙебеҙҙе өйҙә, яҡындарыбыҙ янында кеүек хис итәбеҙ”, - тиеүе, әлбиттә, оло баһаға тиң. Әйткәндәй, беҙҙең арҡылы улар яҡындары менән дә хәбәрләшеп торҙо, - ти әңгәмәселәребеҙ эске бер ҡәнәғәтлек менән.
Башҡорт халҡының милли аш-һыуы менән ҡыҙыҡһынған, тәмләп ҡарарға теләгән яугирҙарҙың үтенесен дә кире ҡаҡмай ирекмәндәр. Ваҡыт яғы тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, бер кис өймәкәй итеп сәк-сәк бешереп, һәр береһенә бүлеп таратып сығалар. Ошо ябай ғына хәстәрҙән өй йылыһын тойған ир-егеттәрҙең рәхмәт һүҙҙәре күңелдәрҙе тағы ла үҫтереп ебәрә.
- Хәрби госпиталгә барғанда һин үҙең менән гуманитар төйөнсөк тә төйнәп алаһың. Төбәгебеҙҙең милли бренды - башҡорт балымы ул, йә башҡа үҙенсәлекме - һәр нәмә хуш күңел, ихласлыҡ менән ҡабул ҡылына. Гуманитар йөк тигәндән, ҡайһы саҡ, “Ҡатын-ҡыҙҙар бәйләгән ойоҡ-бейәләйҙәр, йылы әйберҙәр һалдаттарға кәрәкме икән һуң?” - тигәнерәк икеләнеүҙәр ҙә ишетелеп ҡуя. Һис шикһеҙ, кәрәк! Мәҫәлән, госпиталгә тәғәйенләнгән гуманитар ылау араһында Мәләүез районы ҡатын-ҡыҙҙарынан посылка ла бар ине. Шундағы йөн ойоҡбаштарҙы, йылы әйберҙәрҙе беҙ Ростовҡа эвакуацияланған яугирҙарға кейҙерҙек. Тимәк, әлеге мәлдә ирекмәндәр тарафынан башҡарылған эш ғәйәт мөһим. Балалар яһаған, бәлки, кем өсөндөр әһәмиәтһеҙ генә тойолған бетеүҙәр, өскөл хаттар ҙа үтә ҡәҙерле бында. Республиканың Мәғариф министрлығы йыйнап ебәргән йөрәк формаһындағы бер ҡап бетеүҙе ир-егеттәр шунда уҡ бүлешеп алды. Ут эсенән сыҡҡан һалдаттарҙың самими бер ышаныс менән, “Улар беҙгә өмөт бирә, һаҡлап йөрөтә”, - тиеүе айырата тулҡынландырғыс ине. Шуға ла хәленән килгән тиклем фронтҡа ярҙам иткән барлыҡ райондаштарыма сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм. Уртаҡ көс, берҙәмлек арҡылы ғына Еңеү яуларға мөмкин, - ти Зөлфиә Басир ҡыҙы.
Ниндәй генә хәл-торошта булһалар ҙа, төшөнкөлөккә бирелмәгән, рух күтәренкелеген, кәйеф көрлөгөн юғалтмаған, һаман алғы һыҙыҡҡа, иптәштәре янына барырға иҫәп тотҡан аҙаматтар ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы ысын-ысындан хайран итә. Бигерәк тә башҡорт ир-аттарының, райондаштарҙың ҡыйыулығы, яугирлығы тураһында ишетеү уларҙа сикһеҙ ғорурлыҡ уята.
Ә бит үҙҙәрендә лә күпме ғәйрәт, ҡаһарманлыҡ гүзәл заттың! Һынауҙар алдында баҙап ҡалмағандар, һынмағандар! Район ҡатын-ҡыҙҙарын берләштергән үҙ отрядтарын төҙөп, йәнә хәрби госпиталгә йыйыныуҙары ла ҡайтанан алғы һыҙыҡҡа атлыҡҡан ғәййәрлеккә торошло...