Оло Еңеүгә тос өлөш

Махсус хәрби операция башланғандан алып район халҡы кем уҙарҙан фронтҡа ярҙам итә. Асылар ҙа яугирҙарға тәғәйен сираттағы гуманитар йөк арҡылы йәнә үҙҙәренең вайымлылығы, берҙәмлеге менән һоҡландырҙы. 

Оло Еңеүгә тос өлөшОло Еңеүгә тос өлөш
Оло Еңеүгә тос өлөш

“Яҡшы” позывнойлы яҡташтарының шәхси үтенесе буйынса, Асы ауылы халҡы  фронтҡа бысылған ағас материалдар тейәп ебәрҙе. Ауыл советы депутаты Динис Ғәлиев һәм эшҡыуар Винер Исҡаков башланғысы менән ойошторолған зарури ярҙам яугирҙарға позицияларын нығытырға, уңайлы шарттар булдырырға булышлыҡ итәсәк. 
Әлбиттә, был мөһим эш бары тик уртаҡ көс, дәррәүлек арҡылы ғына тормошҡа ашырылыуы мөмкин. Бысылған ағас материалдарҙы әҙерләүҙә һәм тейәүҙә ауыл советы депутаты Винер Атауллин, Таһир Шәйхетдинов, Фирғәт Ғайсаров, Денис Латыпов, Биктимер Ниғәмәтов, Рәил Фазылов, Илгиз Фәсхетдинов, Филүс Нафиҡов, Айбулат Закиров әүҙем ҡатнаш-
ҡан. 
Һис шикһеҙ, райондаштарыбыҙ фронтҡа кемдеңдер өгөт-фарманы менән түгел, ә күңел ҡушыуы буйынса ярҙам итә. Улар бөгөн Ватан һағына баҫҡандарҙың ни ҡәҙәр мөһим һәм яуаплы бурыс атҡарыуын яҡшы аңлай. Эйе, хатта бәләкәй генә ярҙам да оло Еңеүҙең әһәмиәтле өлөшө ул.

Автор:
Читайте нас