Геймер БПЛА операторҙарына яҙылды

Белореттан йәш егет бала сағынан уҡ ғүмерен хәрби һөнәренә бәйләйәсәген белә. Бәлиғ булғас Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Был хаҡта ул граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктында һөйләне. Ошо көндәрҙә 20 йәшен тултырған Фәрүх (исеме үҙгәртеп алынды) БПЛА операторҙары сафына яҙылырға һәм махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итергә ҡарар итә. Егет өсөн Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә 20 йыл хеҙмәт иткән офицер туғаны өлгө булып тора.

Геймер БПЛА операторҙарына яҙылдыГеймер БПЛА операторҙарына яҙылды
Геймер БПЛА операторҙарына яҙылды

- Армияла хеҙмәт итмәһәм дә, ғүмеремде хәрби хеҙмәткә бағышларға әҙермен, - ти ул. - Ағайым көслө, сыҙам булырға, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға, бер ҡасан да бирешмәҫкә, ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтте. Уның дәрестәрен яҡшы үҙләштерҙем. Контрактсыларҙы пилотһыҙ системалар ғәскәренә йәлеп итеү тураһында белгәс тә, был минең юлым икәнлеген аңланым. Һалдат тормошо, бигерәк тә, махсус хәрби операция зонаһында, еңел түгеллеген һәм хәүеф менән бәйле булыуын аңлайым.  Шул уҡ ваҡытта урыным Тыуған илдең сигендә икәнлеген дә беләм. Әсәйем, әлбиттә, был ҡарарыма аптырап ҡалды, әммә артҡа сигенмәйәсәгемде аңланы. 
Йәш егеттең һүҙҙәренсә, бөгөн зәңгәр экрандарҙа йыш ҡына БПЛА операторҙарының алғы һыҙыҡта нисек эшләүен күрһәтәләр. Ул яугирҙарҙың батырлыҡтарына һоҡлана. Фәрүх дрондар менән эшләүҙең нимә икәнлеген яҡшы аңлай һәм пилотһыҙ системалар өлкәһендә юғары класлы белгес булыу теләге ҙур.
Ул яугирҙарҙың дрондар менән пульт ярҙамында идара итеүен белә һәм уларҙың эшен нескә һәм филигранлы тип атай. Бәлки, был бөтөнләй урынлы түгелдер, әммә йәштәр йыш ҡына дрон менән идара итеүҙе компьютер уйындары менән сағыштыра. Фәрүх бындай уйындарҙың бөтә турҙарын да уңышлы үткән, был юлы ла шулай булырына ышана.
Егет бер нисә тапҡыр геймерҙарҙың (интерактив уйындар уйнарға яратыусылар) махсус хәрби операцияла талап ителеүе һәм дроноводтарҙың хеҙмәте хәрби хәрәкәттәр һыҙығынан байтаҡ алыҫлыҡта үтеүе тураһында уҡый.
 - Эйе, үҙем дә БПЛА операторҙарының эшен күрҙем. Был бик шәп! "Каспер" позывнойын аласаҡмын. Йылғыр, етеҙ һәм һөҙөмтәләргә өлгәшергә яратам. Барыһын да эшләй алырмын тип өмөтләнәм, - тине Фәрүх.
Фәрүх кеүектәр БПЛА операторҙары сафын тулыландыра ала. Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә алыу тураһында мәғлүмәт башбат.рф сайтында урынлаштырылған. 

Махсус операция үткәреү зонаһында хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн портал БПЛА ғәскәрҙәренең өҫтөнлөктәре тураһында мәғлүмәт менән тулыландырылды.
Пилотһыҙ системалар ғәскәрендә хеҙмәт итеүҙең төп өҫтөнлөктәре -  БПЛА операторҙары өсөн хәүефһеҙлек кимәле арттырыла. Уларҙың хеҙмәте хәрби хәрәкәттәр һыҙығынан ситтә үтә.
Контракт бер йылға төҙөлә, был хеҙмәттең үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Хәрби  отставкаға китә йәки яңы контракт  та төҙөй ала. Яугирҙарға һөнәрен һаҡлап ҡалыу гарантиялана. Илдең оборона ведомствоһы менән контрактта хәрби хеҙмәткәрҙе уның ризалығынан тыш БПЛА менән идара итеү менән бәйле булмаған башҡа һөнәргә йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсерергә ярамай, тип яҙылған.
БПЛА өлкәһендәге контрактсылар тулы социаль пакет ала. Уларға ҡануниәт тарафынан ҡаралған бөтә түләүҙәр, ташламалар һәм социаль гарантиялар ҡағыла.
Бынан тыш, студенттарға махсус шарттар ҙа ҡаралған. Юғары уҡыу йорттары студенттары академик отпуск алып, контракт төҙөргә, ә хеҙмәттән һуң бюджет иҫәбенә тергеҙелергә хоҡуҡлы.
Һөҙөмтәлелек өсөн өҫтәмә түләү бар. Дошман ҡоралын уңышлы юҡ итеүселәргә 50 меңдән 500 мең һумға тиклем аҡса бирелә.
БПЛА подразделениелары сафында хеҙмәт итеү менән ҡыҙыҡһынғандар был һәм башҡа мөһим мәғлүмәтте башбат.рф сайтында, шулай уҡ 122 номеры буйынса белә ала.

“Башинформ”. Эдуард ҠУСҠАРБӘКОВ фотоһы. 

Автор:
Читайте нас