Яугирҙарға ярҙам итәбеҙ

Егәҙелә "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!" ирекмәндәр төркөмө ике йыл элек ойошторола һәм  уға ауылдың 20 ҡатын-ҡыҙы инә.

Яугирҙарға ярҙам итәбеҙЯугирҙарға ярҙам итәбеҙ
Яугирҙарға ярҙам итәбеҙ

Ирекмәндәр төркөмө ауыл клубында урынлашҡан. Клуб мөдире Илгиз Сәғәҙәтов эш өсөн урын бүлә, Сергей Васильев менән бергә маскировка селтәрен үреү өсөн станок эшләй, ҡулайлама өсөн материалды Рауил Вәлиев бирә.

Ирекмәндәр фронттағыларға ярҙам йөҙөнән оҙайлы ваҡыт һаҡланырлыҡ аҙыҡ-түлек йыйылмалары, шәхси гигиена, медицина һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр йыйып ебәрә. Маскировка селтәрҙәре үреү өсөн һигеҙ ҡатын-ҡыҙҙан торған подразделение төҙөлә. Материал килгәс тә маскировкала селтәрен үрергә тотоналар. Эш яйға һалынған, бында һәр кем үҙ бурысын белә, шуға күрә барыһы ла тиҙ һәм сифатлы башҡарыла. Махсус операция башланғандан алып бөгөнгө көнгә тиклем ирекмәндәр һәр береһе 6х3 метр ҙурлыҡта 25-тән ашыу маскировка селтәре үргән.

Ирекмәндәрҙең икенсе подразделениеһы окоп шәмдәре әҙерләү менән шөғөлләнә. Ике йыл эсендә 300 окоп шәме оҙатылған. "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" ирекмәндәр төркөмө активистары фронтҡа посылкалар ебәрергә тырыша. Мәҫәлән, Мария һәм Татьяна Казармщиковалар яугирҙарға өйҙә әҙерләнгән консервалар оҙата. Ирекмәндәрҙең тырыш хеҙмәте һәм егәҙеләрҙең хәрбиҙәрҙе кәрәкле экипировка, һаҡланыу саралары һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү буйынса ярҙамы ил һаҡсыларының көнкүрешен бер аҙ еңеләйтер, тип ышанабыҙ.

Галина Аверьянова,

 төркөм етәксеһе.

Автор:
Читайте нас