Дүрт хәрби наградаға лайыҡ булған яугир

Башҡортостан егете Айрат Ғәзиев Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап,  15 йыл стажға эйә 38 йәшлек инженер-нефтсе. Ватанға хәүеф янағанда, ул икеләнмәйенсә, үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа, иң ауыр Авдеевка штурмына юллана. Бөгөн уның күкрәген дүрт хәрби награда, шул иҫәптән I һәм II дәрәжә «Батырлыҡ өсөн» дәүләт миҙалдары, Жуков һәм генерал Шайморатов миҙалдары биҙәй. 

Дүрт хәрби наградаға лайыҡ булған яугирДүрт хәрби наградаға лайыҡ булған яугир
Дүрт хәрби наградаға лайыҡ булған яугир

Яуҙа бирелгән батырлыҡ, көс-ғәйрәт ҡайҙан килә икән тигән һорауға, Айрат яуабын шәжәрәһендә таба.


«Минең нәҫелем Аҡбаш ауылынан, быуаттар буйы ошо ерҙә йәшәгәндәр. Ғәзиевтәр — башҡорт-вотчинниктар (асаба) һәм мәсеттә указлы аҙансылар булған. Аҙансы булыу — саф выжданлы булыу һәм кешеләрҙе иң мөһим нәмәгә саҡырыу тигән һүҙ. Асаба булыу — туған ерҙең һәр ҡарышы өсөн шәхси яуаплылыҡ тотоу, тимәк.

Минең аҙансы бабамдың тауышы быуаттар буйы кешеләрҙе доғаға һәм уй-ниәттәрҙең таҙалығына саҡырған. Минең тауышым бөгөн — ул бурысҡа тоғролоҡ һәм уртаҡ йортобоҙҙо яҡлау. Авдеевка штурмы ваҡытында мин ошо бәйләнеште ныҡ тойҙом: минең артымда 15 йыллыҡ инженер стажы ғына түгел, ә бер ҡасан да баш эймәгән ата-бабаларымдың 400 йыллыҡ тарихы тора», - ти Айрат.

Имен-һау ғына йөрөп ҡайтырға яҙһын уға!

Автор:
Читайте нас