Дүрт бала атаһы ла БПЛА операторы булып киткән

«Композитор» позывнойлы яугир  “Яҡлаусы” граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлау пунктына Межгорьенан килгән.  

Дүрт бала атаһы ла БПЛА операторы булып киткәнДүрт бала атаһы ла БПЛА операторы булып киткән
Дүрт бала атаһы ла БПЛА операторы булып киткән

Уға  – 34 йәш, ул – дүрт бала атаһы. Йәш сағында Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә контракт буйынса хеҙмәт иткән, разведчик булған. Бер йыл элек алған хәрби күнекмәләрҙе иҫкә төшөрергә һәм махсус хәрби операцияла хәрби бурыстарҙы үтәргә китеү тураһында уйланған.

“Ғаиләлә хәрбиҙәр юҡ. Шуға мин беренсе хәрби буласаҡмын. Беҙҙең ғаиләлә яуаплы ҡарарҙарҙы уйламайынса ҡабул итеү ғәҙәткә инмәгән. Мин барыһын да ентекләп уйланым. Дәүләт һәм республика махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен яҡлай, ярҙам итә. Лайыҡлы аҡсалата түләүҙәр бирелә, былар ҙа сер түгел. Әсәйем, апайым, ҡатыным минең ҡарарҙы – БПЛА операторы булыуҙы хупланы. Был эштең шарттарын да иғтибар менән өйрәндем. Мине барыһы ла ҡәнәғәтләндерә. Ул ғына түгел, мин пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә эләгеүемә бик шатмын. БПЛА менән идара итергә өйрәнергә бик тә теләйем. Артабан унда алған күнекмәләрҙе эштә лә ҡулланырмын. Дөрөҫөн генә әйткәндә, юғары белем алыу тураһында уйлайым. Ҡыҫҡаһы, перспективалар бар, – ти  “Композитор” позывнойын  алған Михаил.

Михаил һәм ул танышып өлгөргән иптәштәре, бөтә кәрәкле тикшеренеүҙәрҙе, медкомиссияны үткәндәр. Ир-ат һүҙҙәренсә, ҡайһы бер тестар ҡатмарлы ғына булған, ләкин ул уларҙы үтәй алған.

Фото: Т. Аманов.

Сығанаҡ: "Йәшлек" гәзите 

Автор:
Читайте нас