

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов Динарҙы бала саҡтан белә. Улар бергә үҫкән. Айгиз Ғиззәт улы «Башинформ»ға иптәшенең 2024 йылдың авгусынан махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеүе хаҡында һөйләне. Ошо ваҡыт эсендә «Риа» өс тапҡыр яраланған, шуға ҡарамаҫтан, Ватанды һаҡлау буйынса хәрби бурыстарҙы намыҫ менән үтәүен дауам итә.
«Динарҙы бала саҡтан беләм, Белорет районының бер үк балалар йортонда тәрбиәләндек. Уның тамырҙары – Әбйәлил районынан. Дуҫым алсаҡ һәм ярҙамсыл. Динар һәр ваҡыт тәүәккәллеге һәм ихтыяр көсө менән айырылып торҙо. Уның хәрби операцияға юлланыуы минең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Бына шундай ул беҙҙең Динар. Дуҫыбыҙ һәм яҡташыбыҙ өсөн бик шатмын. Уға тиҙерәк Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләйем», — тине Айгиз Баймөхәмәтов «Башинформ»ға.
Фото: Айгиз Баймөхәмәтовтың шәхси архивынан | «Башинформ»