

Махсус һәм юғары юридик белемле, ҡалала ярымфабрикаттар әҙерләү буйынса үҙ бизнесы булған, бөгөн күкрәген орден-миҙалдар биҙәгән яугир армия хеҙмәтен ишетеп кенә белмәй. Хәрби хеҙмәт тормош мәктәбе булһа, махсус хәрби операцияға юлланыу күңел ҡушыуы буйынса уйлап һәм үлсәп башҡарылған ғәмәл.
- Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөүемдә, тәү сиратта, илһөйәрлек рухы роль уйнағандыр. Икенсенән, дуҫ-иштәр, ҡасандыр бергә йөрөгән компания егеттәренең барыһы ла тиерлек махсус хәрби операция зонаһына юлланды. Уларҙың артында йәшеренеп ҡалғы килмәне. 2024 йылда мин дә контракт төҙөргә ҡарар иттем. Әлбиттә, яҡындарым был ҡарарымды ҡыуанып ҡабул итмәне. Ә мин күптән хәл иткәйнем инде, һүҙемдә ныҡ торҙом.
Иң ҡатмарлы һәм ауыр йүнәлештәрҙең береһе - Ҡыҙыл Лиман йүнәлешенә эләктем. Был йүнәлештә көслө һәм етди, башҡа төбәк яугирҙары көнләшерлек полктарҙың береһе - исемле башҡорт полкы тора. Илһөйәрлек рухы, милләткә хас ҡыҙыу ҡанлылыҡ, яуаплылыҡ менән башҡаларҙан күпкә айырылабыҙ һәм ҡатмарлы бурыстар башҡарабыҙ. Яңыраҡ Константиновканы кем дошмандарҙан азат итте?! Нәҡ беҙҙең 31-се “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы. Республика флагын елберләтеп, ғорур баҫып торған яҡташтарҙы күптәр зәңгәр экрандарҙан күргән һәм улар өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисергәндер.
Хеҙмәтебеҙҙең күпселек өлөшө, әлбиттә, ер аҫтында - блиндаждарҙа үтә. Дошман да һәр ваҡыт уяу бит. Беҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел, тапшырылған бурыстарҙы дөрөҫ һәм аныҡ үтәйбеҙ, яуаплы ҡарайбыҙ һәм ахырынаса алып барып еткерәсәкбеҙ, - ти яугир көндәлек хеҙмәте тураһында һүҙ алып барғанда.
Кесе лейтенант “Хруст” (позывнойы - фамилия һәм исеменән алынған) алғы һыҙыҡта рухи ҡиммәттәрҙең дә башҡа булыуын билдәләй.
- Унда хәрби туғанлыҡ тигән төшөнсә бар. Тыныс тормошта был әллә ни һиҙелмәй, әлбиттә. Ә тегендә, алғы һыҙыҡта, һәр бер яугир хәрби туғанлыҡ тигән төшөнсәне үҙ иңендә татыған һәм уға таянған. Дуҫлыҡ, берҙәмлек - бына ошо ҡиммәттәр өҫтөнлөк итә яуҙа. Ана шул дуҫтарҙы, арҡалаштарҙы юғалтыуы ауыр. Бына әле һәләк булған йәш кенә яуҙашымдың ата-әсәһенең хәлен белергә күрше өлкәгә барып ҡайтырға торам. Әлбиттә, ауыр миссия.
Урындағы халыҡтың Рәсәй һалдаттарына, һуғышҡа ҡарашы нисек тип һорайһығыҙ... Улар бындай тормошҡа шул тиклем өйрәнеп бөткән. Хатта һауалағы “ҡошсоҡ”тарға ла, баш осонан осҡан пуля-снарядтарға ла иғтибар итмәй, үҙ эше менән шөғөлләнеүен, мәҫәлән, картуф ултыртыуын, дауам итә. Халыҡ менән әллә ни аралашмаһаҡ та, уларға һәр ваҡыт аҙыҡ-түлек менән (артып ҡалғандарын) ярҙам итергә тырышабыҙ.
Гуманитар ярҙамға килгәндә иһә ул, моғайын, айырым бер аспекттыр. Подразделениела Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Майкоптан, Сыуашстандан һәм башҡа төбәктәрҙән дә егеттәр бар. Шулай ҙа бындай көслө, ҡеүәтле ярҙам уларҙа беҙҙәге кеүек юҡ. Моғайын да, хаҡ булырмын, улар юҡ тиерлек. Эйе, төрлө халыҡ фронттары бар, был дәүләт ярҙамы. Ә Башҡортостан егеттәренә ярҙам республиканан, үҙ районынан килә. Ябай халыҡты берләштергән Белореттағы “Быть добру” хәйриә фонды ла әүҙем эшләй. Урындағы хакимиәт тә ярҙам итә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда ла, егеттәр кәрәк-яраҡтар һорап яҙа, мөмкин тиклемен алып китергә тырышабыҙ. Үҙемде лә район хакимиәте башлығы Азат Салауат улы шәхсән ҡабул итте, аралаштыҡ, - ти "Хруст".
Яугирҙың тағы ла бер хыялы бар. Ул үҙен эшҡыуарлыҡтың икенсе тармағында ла һынап ҡарарға иҫәп тота. Тик был хыял, планда ғына әле. Уны яугир тыуған ҡалаһына Еңеү менән әйләнеп ҡайтҡас та тормошҡа ашырасаҡ.
Ә әлегә “Хруст” махсус хәрби операция зонаһында кәрәк. Бындағы ғаилә бизнесын әсәһе, һеңлеһе, тормош иптәше уңышлы алып бара. Беҙ яугирға һәм бөтә Башҡортостан егеттәренә Еңеү менән ғаиләһенә әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.
Автор фотоһы.