БПЛА операторы ниндәй булырға тейеш?

Башҡортостанда тыуып үҫкән «Резо» позывнойлы БПЛА операторы пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү өсөн ниндәй сифаттар кәрәк булыуы хаҡында һөйләне.

БПЛА операторы ниндәй булырға тейеш?БПЛА операторы ниндәй булырға тейеш?
БПЛА операторы ниндәй булырға тейеш?

Уның һүҙҙәренсә, заманса техника төрлө бурыстарҙы һөҙөмтәле үтәргә ярҙам итә, ә операторҙар даими рәүештә яңы ҡорамалдарҙы үҙләштерә һәм оҫталыҡтарын камиллаштыра. "БПЛА операторы техниканы камил белергә, түҙемле, иғтибарлы булырға һәм тиҙ арала ҡарар ҡабул итә белергә тейеш. Тап ошо сифаттар ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәргә ярҙам итә", ти яугир. Ял ваҡытында "Резо" туғандарын һәм дуҫтарын һағыныуын, ә хеҙмәттең тыныс тормошто тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә өйрәтеүе хакында әйтте.
БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеүгә ҡағылышлы һорауҙарҙы 122 телефоны буйынса бирергә мөмкин.

Автор:
Читайте нас