Барыһы ла Еңеү өсөн
8 Октября , 08:53

“Тирмәкәй”ҙең кескәй шайморатовсылары

Һәр халыҡта намыҫ, батырлыҡ һәм Тыуған илгә тоғролоҡ билдәһенә әүерелгән исемдәр бар. Башҡортостан өсөн шундай исемдәрҙең береһе - легендар кавалерия корпусы Бөйөк Ватан һуғышы тарихына батырлыҡтың алтын биттәрен яҙған генерал Миңлеғәле Шайморатов. Бөгөн уның мираҫы китаптарҙа һәм һәйкәлдәрҙә генә түгел, ә республиканың иң йәш граждандары күңелендә лә йәшәй. "Еләккәй" әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәрен  йәш шайморатовсылар сафына ҡабул итеү тантанаһы байрам ғына түгел, ҙур тарихҡа тәүге аңлы ҡағылыш, бурыс һәм намыҫ донъяһына илткән тәүге аҙым. Хәҙер улар балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре генә түгел,  йәш шайморатовсылар ҙа.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Тирмәкәй”ҙең кескәй шайморатовсылары“Тирмәкәй”ҙең кескәй шайморатовсылары
“Тирмәкәй”ҙең кескәй шайморатовсылары

Батыр, аҡыллы, көслө, ҡыйыу, изге күңелле, ярҙамсыл булырға... Ҡаланың «Тирмәкәй» башҡорт балалар баҡсаһы шайморатовсылары, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры исемен ғорурлыҡ менән ҡабул итеп, ошондай ант бирҙе. Әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре тарафынан әйтелгән был ябай, әммә мәғәнәле һүҙҙәрҙә балалар баҡсаһында үткән ҙур ваҡиғаның - патриотик тәрбиә биреү программаһының төп мәғәнәһе ята. Программала балалар өсөн төп остаздар булып тыуған еребеҙҙең батырҙары тора. Республика көнө алдынан балалар баҡсаһында Рәсәй Геройы, Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән төркөм асылды. Был көн ябай тантана ғына түгел, ә яҡташтарыбыҙҙың батырлығына нигеҙләнгән патриотик тәрбиә биреү буйынса ҙур программаның башланыу нөктәһе булды.

Балалар баҡсаһында иртә ғәҙәттәгеһенән айырмалы башланды. “Тирмәкәй” коллективы өсөн был ваҡиға хәтергә хөрмәт кенә түгел, ә ҙур яуаплылыҡ та өҫтәне. Хәҙер рәсми рәүештә “йәш шайморатовсылар” тигән ғорур исемде йөрөткән балаларҙы ҡунаҡтар - урындағы башҡорт ҡоролтайы етәксеһе Эльза Мөхәмәҙиева, мәғариф идаралығының мәктәпкәсә белем биреү бүлеге начальнигы Лилиә Шаһимырҙанова, методистар Лариса Әхмәтшина һәм Татьяна Байкова, коллегалары - балалар баҡсалары мөдирҙәре, бөйөк комдив дивизияһында хеҙмәт иткән олатайҙары иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлаған, йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләгән Илдар Ағзамов, шулай уҡ ата-әсәләр ҡаршы алды һәм уларға теләктәрҙең иң изгеһен теләне, балалар баҡсаларында ошондай төркөмдәр булдырылыуҙың өҫтөнлөгөн билдәләне.

-          Йәш шайморатовсылар исемен йөрөтөү - беҙҙең учреждение өсөн ҙур хөрмәт һәм яуаплылыҡ, - тине балалар баҡсаһы мөдире Тансулпан Нуретдин ҡыҙы сараны асып. - Бурысыбыҙ - бәләкәйҙән үк балаларҙа Тыуған илгә һөйөү, уның тарихына һәм геройҙарына хөрмәт тәрбиәләү. Тәрбиәләнеүселәрҙең генерал Шайморатов кеүек ҡыйыу, намыҫлы һәм ярҙамсыл булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ.

Был көндө мәктәпкәсә йәштәге ҡыҙ-малайҙар менән йәнәшә Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының “Шайморатов класы” уҡыусыларының (V класс) ҡатнашыуы  символик мәғәнәгә эйә. Өлкән иптәштәре был юлдың бер өлөшөн үтеп, бәләкәстәр өсөн ысын өлгөгә әйләнгән. Гимназия уҡыусылары йәш шайморатовсылар командирына Байраҡ тапшырып, иң изге теләктәрен еткерҙе.  Ә тантананың кульминацияһы- ҡунаҡтарҙың балаларға данлыҡлы дивизия вариҫтарының ҙур туғанлыҡ билдәһе булған галстуктарын бәйләү булғандыр. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы байрағы аҫтында йәш “шайморатовсылар” тәүге антын - лайыҡлы граждандар булып үҫергә, тарихты һаҡларға һәм иптәштәренә ярҙам итергә һүҙ бирҙеләр.

Йәш шайморатовсыларға апайҙары – балалар баҡсаһының әҙерлек төркөмө тәрбиәсеһе Гөлгөнә Хөснөтдинова һәм өлкән тәрбиәсе Эльвира Рамазанова Миңлеғәле Шайморатовтың, уның дивизияһының  яу юлы, батырлыҡтары тураһында һөйләне. Балалар ҙа тыуған төйәк, ил тураһында шиғырҙар ятланы, патриотик йырҙарҙы, данлыҡлы дивизия хөрмәтенә ҡуйылған бейеүҙе лә берҙәм һәм тырышып башҡарҙы. Балаларҙың Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын, “Шайморатов генерал” йырын ихлас башҡарыуы, бәләкәйҙән дәүләт символдарына, милләтенә хөрмәт, үҙҙәрен Рәсәй граждандары һәм үҙ республикаһында йәшәүселәр тип таныуҙың тәүге баҫҡысы ла булды. Хәҙер уларҙың бәләкәй иңдәрендә республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең ысын патриоттары булыу кеүек ҙур яуаплылыҡ та ята.

“Тирмәкәй”ҙең “Ҡояшҡай” өлкән төркөм тәрбиәләнеүселәре лә бүләккә бейеү әҙерләгән. Балалар баҡсаһы ла, атай-әсәйҙәр ҙә төркөмгә бүләктәрен тапшырҙы. Балалар баҡсаһы мөдире Таңсулпан Нуретдин ҡыҙы Илдар Марат улына Рәхмәт хаты тапшырҙы. Балалар баҡсаһы коллективы, ата-әсәләр махсус хәрби операциялағы яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам ебәрә. Был юлы ла изге ғәмәлде махсус хәрби операция яугиры, ҡыҙы башҡорт балалар баҡсаһына йөрөгән отделение командиры аша оҙатты.     

Хәҙер йәш шайморатовсылар төркөмөндә системалы эш алып барыласаҡ. Был ябай ғына өҫтәмә дәрестәр түгел, ә дивизияның хәрби юлы тураһында һөйләү, башҡорт атлыларының көнкүреше менән танышыу, геройҙарҙың биографияһын өйрәнеү. Бындай төркөмдәрҙе асыу - бала шәхесен формалаштырыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш, быуындар бәйләнешен тоташтырырға һәм геройҙар тураһындағы тере хәтерҙе киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Башҡорт халҡы өсөн күптән шәхескә әйләнгән генералдың өлгөһө юлдарын яҡтыртып, тоғролоҡҡа, ныҡлы дуҫлыҡҡа һәм үҙ-ара ярҙамға өйрәтһен. “Тирмәкәй” тәрбиәләнеүселәренең киләсәктә данлы традицияларҙы лайыҡлы дауам итеүселәр булып үҫеүҙәренә һәм районы, республикаһы һәм илебеҙ мәнфәғәтендә күп изге эштәр башҡарыуҙарына ышанабыҙ.

 

Автор фотолары.

 

Автор:Эльвира Хамзина