-9 °С
Болотло
Әҙерләү:
Тәүҙә йомшаҡ майҙы, эремсекте миксер менән туғыйбыҙ. Йомортҡа, шәкәр ҡушып тағы ла болғатабыҙ. Шунан һүндерелгән һеркә өҫтәп, һәйбәтләп бутап ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр йомшаҡ ҡына була. Уны тоҡсайға һалып ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Артабан эслеккә тотонабыҙ. Сейәгә шәкәр һалып талғын ғына утҡа ҡуябыҙ. Крахмал өҫтәйбеҙ. Төйөндәр барлыҡҡа килмәһен өсөн һәйбәтләп болғатабыҙ. Ҡуйырғас уттан алабыҙ. Шунан ҡамыр йәйеп һыуыған әҙер сейә ҡатнашмаһын һалабыҙ. Өҫтөн ҡамыр менән биҙәп 190 градусҡа тиклем йылытылған духовкала 30-35 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Сейә бәлеше тәмле булһын!