Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Июль 2021, 11:01

Аҡсаһы ла, яуабы ла юҡ

Белорет кешеһе аҡсаһын «инвестицияға» һалам тип, мутлашыусылар ҡулына эләгә.

news.obozrevatel.com
Фото:news.obozrevatel.com

Эске эштәр бүлегенә мөрәжәғәт иткән 34 йәшлек ир аҡсаһын урлауҙары тураһында хәбәр итә.

Уның һүҙҙәре буйынса, ул инвестициялар рекламаһын күреп ҡала һәм шул сайтта үҙенең телефон һандарын ҡалдыра. Оҙаҡламай уның менән бәйләнешкә сыҡҡан «кураторҙар» инвестиция принцибын аңлатып бирәләр. Ир кеше хәүефле аҙымға барып, банктан кредитҡа 2 миллион һум аҡса алып, инвестицияға һала.

Виртуаль иҫәбендәге сумма 6 миллионға тиклем күтәрелгәс, ул аҡсаны алырға була. Ләкин банк картаһына бер ниндәй ҙә аҡса килмәй. Ул шул компания исеменә хат яҙа, әммә яуап та, аҡса ла ала алмай.

Екатерина КОСЯКОВА,

эске эштәр бүлегенең матбуғат хеҙмәткәре.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: