-17 °С
Болотло
16 августа киске сәғәт 6 тирәһендә 1-се ҡала клиник дауаханаһы бала табыу бүлексәһенең дөйөм палатаһында ҡот осҡос хәл теркәлгән. 29 йәшлек ҡатын бала тапҡандан һуң палаталағы күршеһенең яңы тыуған сабыйын тәҙрәнән ырғытҡан. Бала вафат булған.
Тәфтишселәр әлеге осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Прокуратура эш барышын һәм тикшереү һөҙөмтәләрен контролгә алған. Бынан тыш, һаулыҡ һаҡлау тураһында ҡануниәтте үтәү йәһәтенән медицина учреждениеларының вазифалы кешеләренең эш итеүенә баһа бирелергә тейеш, тип хәбәр итте республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәте.