Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Сентябрь 2021, 13:06

Янғын ҡотора

Янғындың төп өлөшө Белорет районына тура килә.

Янғын ҡотора
Янғын ҡотора

Бөгөнгө иртәнге сәғәт 9-ға ҡарата Башҡортостанда яңы ут сығанаҡтары теркәлмәгән. Әммә әле 2518,8 гектар майҙанда өс янғын дауам итә: ике сығанаҡ – Белоретта, бер сығанаҡ – Баймаҡта.

Янғындың төп өлөшө Белорет районына тура килә. Белорет районы биләмәһендәге ике янғын ҡамауға алынған. Мулдаҡай ауылы яғында 1680 гектар майҙан зыян күргән, әле 2,8 гектар ерҙең яныуы дауам итә. Был биләмәлә утты һүндереүгә 20 кеше һәм 15 берәмек махсус техника йәлеп ителгән. Межгорье ҡалаһы эргәһендәге янғын 830 гектар майҙанға таралған, әле уның 1,7 гектарында “ҡыҙыл әтәс” ҡотора. Унда 193 кеше һәм 44 берәмек техника йәлеп ителгән.

Баймаҡ районында 8,8 гектар майҙандағы янғын дауам итә, уны ҡамауға алғандар.

Александр Лопухов шулай уҡ уҡыу йылы башланыуы айҡанлы ата-әсәләргә башланғыс класс уҡыусыларын тәүге мәлдә мәктәпкә алып барырға һәм ҡаршы алырға кәңәш итте, сөнки тәүге көндәрҙә бәләкәстәр юлға өйрәнергә, хәүефһеҙ һәм уңайлы маршрут һайларға тейеш.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Виталий Барзайкин белдереүенсә, урман янғындары артабан таралмаһын өсөн минераль һыҙат һалына, уның киңлеге 10-15 метр тәшкил итә. Бер төркөм ҡотҡарыусы алдан һыҙат һалған тракторҙың юлын таҙартып бара. Янғынды минераль һыҙат ҡына тотҡарлай алмай, шуға ла ут һүнгәнсе һаҡлап торорға ла кәрәк.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: