Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Сентябрь 2021, 15:26

«Йыл ғаиләһе» фильмы кинотеатрҙарҙа күрһәтелә башланы

Кисә Айнур Асҡаровтың «Йыл ғаиләһе» фильмы Рәсәй кинотеатрҙарында күрһәтелә башланы.

«Йыл ғаиләһе» фильмы кинотеатрҙарҙа күрһәтелә башланы
«Йыл ғаиләһе» фильмы кинотеатрҙарҙа күрһәтелә башланы

Рәхмәтуллиндарҙың ҙур ғаиләһе – ябай, ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙәге меңәрләгән башҡа ғаилә кеүек. Уларҙың иҫке генә автомобиле бар, маҡсаттары – конкурста еңеп, аҡса отоу. Табыш артынан ҡыуып, улар бер-береңде хөрмәт итеү, йылы мөнәсәбәттәр, кешелектең төп ҡиммәттәре тураһында онота.

«Фильмды республиканың күркәм урындарында – Өфөлә, Әбйәлил һәм Белорет райондарында төшөргәндәр. Айнур Асҡаров менән «Башҡортостан» киностудияһы фильмдар өсөн урындарҙы республикабыҙҙа эҙләй, шуның өсөн уларға рәхмәтлемен. Актерҙар ҙа – үҙебеҙҙекеләр, — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы. — Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров фильмда ғаилә башлығын уйнай. Уның геройы Алмас Рәхмәтуллинды уңышһыҙлыҡтар һағалап торһа ла, ул ғаиләһен ныҡ ярата. Балаларҙы ла беҙҙең уҡыусылар һәм студенттар башҡарҙы».

Фильмды «Асҡарфильм» компанияһы республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан киностудияһы заказы буйынса Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды һәм Рәсәй кинематографистар союзының төбәк бүлексәһе ярҙамында төшөргән.

«Үҙебеҙҙең, Башҡортостандың, сағыу һәм заманса фильмотекаһы формалашты: «Өс таған, «Һеңлекәш», «Өфөнән – һөйөү менән» һәм башҡалар. Хәҙер бына «Йыл ғаиләһе» лә өҫтәлде. Бөтәбеҙҙе лә ҡотлайым һәм авторҙарға артабан да ижади уңыштар теләйем!» — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фильм рус телендә комедиялы фильм-сәйәхәт жанрында төшөрөлгән. «Башинформ»дың фильмды премьера алдынан күрһәтеү тураһында репортажын һылтанма буйынса уҡығыҙ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: