-14 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Сентябрь 2021, 12:51

Өс ҡыҙҙың мәйете табылған

30 сентябргә ҡарай төндә Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында Башҡортостандан өс ҡыҙҙың мәйете табылған.

Өс ҡыҙҙың мәйете табылған

Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, урындағы медицина колледжының 18 һәм 20 йәшлек студенттары сәнселгән яраларҙан йән биргән.

«Башинформ» агентлығы сығанағы мәғлүмәттәре буйынса, ике ҡыҙҙың кәүҙәһе – яндырылған ҡуртым фатирында, өсөнсөһөнөң күп фатирлы йорт ихатаһында табылған. Икәүһе – Баймаҡ, берәүһе – Күгәрсен районынан.

Был осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Енәйәтте асыу менән урындағы хоҡуҡ һаҡлау органдары шөғөлләнә, уларға Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ярҙам күрһәтә. Билдәле булыуынса, ҡыҙҙарҙы балта менән сабып үлтергәндәр.

Автор:Эльвира Хамзина