-8 °С
Болотло
Республика законына ярашлы, 11 октябрҙә Республика көнө – Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итеү көнө билдәләнә.
Республика көнө байрам тип иҫәпләнә.
«2021 йылдың 11 октябрендәге байрам дүшәмбегә тап килә. Йома, 8 октябрҙә, эш көнө ҡыҫҡармай, — тип белдерҙеләр Хеҙмәт министрлығында. — Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 2021 йылдың 9, 10 һәм 11 октябре ял көндәре булып тора».
Рәсәйҙең хеҙмәт ҡануниәтенә ярашлы, йыллыҡ отпуск биргәндә 11 октябрҙәге байрам көнө – Республика көнө уның иҫәбенә индерелмәй.