«Бында осраҡта власть вәкилдәренең бурысы — килеп тыуған эпидемиологик хәлде тотороҡландырыу сараһын күреү. Шулай итеп, ковид буйынса яңы сикләүҙәр – Башҡортостан Башлығының ваҡытлы ҡарары. Радий Хәбиров инфекция таралыуын мөмкин тиклем туҡтатыу өсөн үҙ өҫтөнә яуаплылыҡты алды. Әлеге мәлдә төбәктә был саралар бик мөһим. Беренсенән, республика халҡына мотлаҡ вакцина эшләтергә кәрәк. Вакцина ғына беҙҙе, яҡындарыбыҙҙы, хеҙмәттәштәребеҙҙе һаҡлаясағын аңларға тейешбеҙ. Ковидҡа ҡаршы был сараларҙың ҡабул ителеүе һөҙөмтәһе булып, уның аҙағы яҡшы тамамланырға тейеш. Битлек кейеү, йәмәғәт урындарына йөрөүҙе сикләү – сирләүселәр һанын кәметеүгә булышлыҡ итеүсе саралар», – тине Фәнил Шәмиғолов.
Фото:Башинформ.