Тотҡандан алып ирҙең тышҡы ҡуҙғытҡыстарға яуабы юҡ.
Табиптар мәғлүмәте буйынса, уның билдәһеҙ этиологиялы комала булыуы ихтимал. Физик яҡтан тулыһынса һау-сәләмәт. Ирҙең махсус рәүештә ҡыланыуы мөмкин, тип иҫәпләй полицейскийҙар.
Алдан хәбәр ителгәнсә, Александр Лазарев ике ай элек иреккә сыҡҡан, ул клуб директорын үлтергән өсөн 9,5 йыл төрмәлә ултырған. Быға тиклем уғрылыҡ өсөн хөкөм ителгән булған. 30 сентябргә ҡарай төндә Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында медицина коллдежында белем алған 19, 18 һәм 17 йәшлек студенттарҙың ғүмере ҡыйылған. Башҡортостандың Урал аръяғынан уҡырға килгән ҡыҙҙар ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәгән. Енәйәт ҡылыусыны ҡалала табылған ҡанлы кейемдәргә экспертиза үткәргәс билдәләгәндәр. Уны тоторға Орск ҡалаһынан ике ир һәм уларҙың береһенең атаһы ярҙам иткән.