Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Октябрь 2021, 13:24

Халыҡты иҫкәртеү системаһы тикшерелә

Иртәгә, 6 октябрҙә илдең бөтә төбәктәрендә лә халыҡты иҫкәртеү системаһы тикшереләсәк. 

Халыҡты иҫкәртеү системаһы тикшерелә
Халыҡты иҫкәртеү системаһы тикшерелә

 Башҡортостанда “Бөтәгеҙгә лә иғтибар!” сигналы урындағы ваҡыт менән көндөҙгө 10.40 сәғәттә яңғыраясаҡ. Был ваҡытта электр сиреналары һәм тауышты көсәйткестәр көслө тауыш бирәсәк.

Бынан тыш ошо ваҡыт арауығында “Россия 1”, “Россия 24”, “Беренсе канал”, Башҡортостан юлдаш телеканалы, “Спутник ФМ”, “Юлдаш”, “Ашҡаҙар” телерадиоканалдарҙа бер минут самаһы хәбәр тапшырыласаҡ.

“Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ил халҡына мөрәжәғәт итә һәм тыныслыҡ һаҡлауҙы һорай. Тауыш сигналдары биреү һәм телеэфирҙы алмаштырыу планға ярашлы башҡарылған ғәмәл”, – тип иҫкәртә министрлыҡ.

Быйыл ошондай уҡ тикшереүҙәр 3 мартта үткәрелгәйне.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: