+1 °С
Ҡар
Асыҡ хатты Зубов ауылындағы йоғошло сирҙәр госпиталенең баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов баҫтырған, уға алты баш табип ҡул ҡуйған.
Табиптар һүҙҙәренсә, йәмғиәттә «прививкаға ҡаршы» кәйеф хөкөм һөрә, коронавирустан вафат булыу осраҡтары көндән-көн күбәйә.
"Коронавирус - бик мәкерле сир, әгәр кеше ИВЛ-ға йәки реанимацияға барып эләкһә, уның иҫән ҡалырмы, юҡмы икәнен бер кем дә әйтә алмай. Барлыҡ дауалау протоколдарын файҙаланып та, пациентты ҡотҡарып булмаһа, табиптарҙың ниндәй ауыр тойғолар кисергәнен күҙ алдына ла килтермәйһегеҙ", - тип яҙған улар.