Кисә республикала вакцина эшләткәндәрҙең һаны 40 321-гә еткән. Шуларҙың 27 045-е беренсе компонентты эшләткән. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Забелин яҙған.
Тулыһынса иһә - бер миллион 259 мең 376 граждан. Төбәктә сираттағы эпидемия тулҡыны менән бәйле санитар-эпидемиологик талаптар көсәйтелде. Берәй учреждениеға инеү өсөн вакцина үтеүең тураһында белешмә ҡағыҙы кәрәк, ә үҙ-үҙеңде изоляциялау 65 йәштән өлкән прививка яһатмағандарға ҡағыла. 18 октябрҙән алып вакцина эшләтеү тураһында белешмә төрлө һаулыҡ нығытыу, спорт һәм башҡа урындарға барыу өсөн кәрәк буласаҡ.