-14 °С
Болотло
Ваҡиға урынына килеп еткән Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары бәләгә ҡалған иргә беренсе ярҙам күрһәткән, соҡорҙан сығарып медиктарға тапшырған.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, ир - 60 йәшлек ҡарауылсы эш мәлендә йөрөгәндә тәрәнлеге 5 метрға еткән котлованға ҡолап төшкән булған. Бының кеүек ғәҙәттән тыш хәлдәр йыл ҡына иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында барлыҡҡа килә, шуға күрә лә аяҡ аҫтын ҡарап йөрөргә кәрәк.