Алдағы тәүлектә һәм бер нисә көн рәттән республикала һауа торошо боҙола. Ямғыр яуасаҡ, ҡайһы бер райондарҙа ҡар ҡатыш. Төндә көнсығыш райондарҙа ҡар күберәк яуасаҡ. Юлдарҙың айырым участкаһында боҙлауыҡ буласаҡ, таулы райондарҙа ваҡытлыса ҡар ҡатламы ятасаҡ. Юлда күреү алыҫлығы ла бер-ике километр ғына буласаҡ.
Шуға күрә бер нисә кәңәш:
- автоһәүәҫкәрҙәргә алдан уҡ үҙ транспортының техник төҙөклөгөн тикшерергә, йәйге шиндарҙы ҡышҡыһына алмаштырырға кәрәк;
- юл хеҙмәттәре юлда ипле булырға саҡыра, тиҙлек тәртибен үтәргә, хәүефһеҙ дистанция һаҡларға. Хәүефле хәрәкәттәр яһарға һәм ҡапыл тормозға баҫырға ярамай.
Ипле булығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Ашығыс хеҙмәттәр саҡырыуҙың берҙәм телефоны – 112. Республиканың юл хужалығы идаралығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән диспетчер хеҙмәте – 8-927-955-11-00.
#удхрб #дорогирб #бдд