+4 °С
Болотло
Аварияла шулай уҡ өс пассажир зыян күргән: ҡыҙ һәм өс ир.
Кисә лә Сермән-Амангилде-Баймаҡ автомобиль юлының өсөнсө саҡрымындағы юл сатында "Ford Kuga" менән АФ маркалы рефрижератор бәрелешкән. Аварияла йөк автомобиленә идара иткән 35 йәшлек Баймаҡ районы кешеһе һәләк булған. Еңел машинаның 43 йәшлек водителе һәм өс пассажир дауаханаға оҙатылған.
Юлдарығыҙ имен булһын!
Фото: Башҡортостан ЮХХДИ-һы.