Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Ноябрь 2021, 17:34

Табиптар ҙа һәләк була

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә табиптарҙы дәртләндереү өсөн тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Табиптар ҙа һәләк була
Табиптар ҙа һәләк була

«Табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына рәхмәт белдерәм. Беҙ ошо ваҡиғалар араһында һәр ваҡыт уларға рәхмәт әйтергә онотабыҙ. Уларға ҙур рәхмәт. Төп йөкләмә — табиптарҙа. Яңы йылға хәтлем бүләкләү материалдарын әҙерләгеҙ. Улар эмоциональ, әхлаҡи яҡтан яналар. Беҙҙә йыл ярым «ҡыҙыл зона»ла эшләгән табиптар бар. Байтаҡ табиптарыбыҙ ауырыны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 33 табип үҙ вазифаларын үтәгәндә вафат булды. Хәҙер табиптарға булышлыҡ күрһәтеү бик мөһим, әлегә барыһы ла уларҙан тора», — тине Радий Хәбиров.

Бынан алда «Башинформ» республикала коронавирустан донъя ҡуйған 33 табиптың ғаиләһе 91 миллион һум аҡса алыуҙарын хәбәр иткәйне.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: